Новости
21 Декабрь 2021, 12:47

Күлдәрҙе ҡамыш баҫмаһын өсөн

vosadu-li-vogorode.ruvosadu-li-vogorode.ru
Фото:vosadu-li-vogorode.ru

Һуңғы 20 йылда күп кенә күлдәрҙе ҡамыш йә үлән баҫа башланы. Ошо сәбәпле уларға һаҙлыҡҡа әйләнеү ҡурҡынысы янай. Был хәлде иҫәпкә алып, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ҡарар ҡабул итте.

Урал аръяғы райондарында тәбиғи күлдәр күп, тик ҡайһы берҙәрен ҡамыш һәм үлән баҫып бара. Шуның өсөн дә Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль етәкселеге менән оҙайлы килешеү төҙөгән.

Был хәлде төҙәтеү өсөн иң тәүҙә ҡамыш менән туҡланған балыҡтар ебәреү ҡаралған. Мәҫәлән, аҡ амур, сөгә (сиг) балыҡтарын күпләп үрсетеү. Ҡуртымға алынған күлдәр Әбйәлил ерендә байтаҡ: Сыбаркүл (майҙаны 1025,2 га), Сабаҡты (майҙаны 216,5 га), Ҡарабалыҡты (майҙаны 282,6 га), Тоҙлокүл (майҙаны 656,5 га), Суртанды (майҙаны 752,0 га), Көньяҡ Үләнде (майҙаны 243,0 га), Төньяҡ Үләнде (майҙаны 272,9 га). Бынан тыш, Баймаҡ районындағы Ҡылтабан (Күлтабан) күле лә ошондай балыҡтарға мохтаж. Исемлеккә тағы ла Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡушҡар күле һәм Кушнаренко районындағы Аракүл индерелгән.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас