+21 °С
Болотло


Бының өсөн ярты килограмм балыҡтың итле ере (филеһе), бер помидор, бер стакан йогурт, 75 грамм сыр, тоҙ, борос кәрәк.
Әҙерләү:
Балыҡты ҙур булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә, тоҙлап, борослап 15-20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан формаға теҙәбеҙ. Уның өҫтөнә помидорҙы киҫкеләп һалабыҙ. Йогурт менән буяйбыҙ. Иң өҫкө ҡатҡа ҡырылған сыр һибәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып 30-40 минутҡа ҡуябыҙ. Ризығыбыҙ әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: liveinternet.ru