Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2022, 13:00

Беҙ тыныс ял итһен өсөн... улар эшләй

Артурҙың дүрт һәм ун йәшлек малайҙары атайҙарын ысын герой итеп күрә. Шулай булмай ни, улар беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн тырыша һәм ғүмерҙәребеҙҙе ҡотҡара бит! 

Беҙ тыныс ял итһен өсөн... улар эшләй
Беҙ тыныс ял итһен өсөн... улар эшләй

Статистика мәғлүмәттәре аяуһыҙ: тап оҙайлы ялдар һәм байрамдар осоронда фажиғәләр, бәхетһеҙлек осраҡтары артыусан була. Был кешеләрҙең уяулығын юғалтыуы, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуы менән дә бәйле. Әле лә Яңы йыл байрамдары мәлендә йәшәйбеҙ һәм янғын, авариялар, башҡа техноген бәхетһеҙлек осраҡтары хәүефе бар. Ялдарыбыҙ матур һәм имен үтһен өсөн, күп төрлө хеҙмәттәр эштәрен туҡтатмай. Бында һүҙ янғын һүндереүселәр, хоҡуҡ һаҡсылары, ҡотҡарыусылар, табиптар тураһында, әлбиттә. Бөгөн шундай кешеләрҙең береһе тураһында һөйләмәксебеҙ.

Артур Ғаянов Өфө ҡалаһындағы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең махсуслаштырылған янғын-ҡотҡарыу бүлегендә эшләй. Ул химия-радиация раздедкаһы бүлегендә өлкән инструктур булып хеҙмәт итә.

Артур Йәмил улы, өлкән инструктур булараҡ, янғындарҙы һүндереү ваҡытында етәкселек тә итә, үҙе лә утҡа ҡаршы көрәшкә ташлана. Уларҙың часы махуслаштырылған булғас, иң ҡатмарлы, ауыр осраҡтарҙа алғы һыҙыҡҡа сығалар. Уның һөйләүенсә, баштарына махсус битлектәр кейеп, ағыулы, ныҡ төтөнлө урындарҙан кешеләрҙе ҡотҡарыу – уларҙың төп бурысы. Бынан тыш, часть егеттәре төрлө авария урындарына ла бара, машинала ҡыҫылып ҡалған кешеләрҙе ипләп кенә сығара.

– Беҙ бөтә осраҡтарға ла әҙер. Оло юлда эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Мәҫәлән, мул итеп ҡар яуып, машиналар көрткө батып ултырһа, беҙ, ҡаргиҙәрҙәр менән барып, кешеләрҙе йылытыу пункттарын булдырабыҙ, йылы сәй менән тәьмин итәбеҙ, уларҙы ҡар ҡамауынан ҡотҡарабыҙ, – ти ул.

Бынан тыш, Артурҙың часы былтырғы урман янғындарын һүндереүҙә лә әүҙем ҡатнашҡан. “Беҙ 4 августан 5 сентябргә тиклем урман янғындарына ҡаршы көрәштек. Көньяҡ Уралдағы төрлө райондарҙа һәм ауылдарҙа булып, урмандарҙы уттан һаҡланыҡ. Унда беҙҙең бөтә часть тиерлек ҡатнашты, 130 кеше барҙыҡ. Эште һайлап тормайбыҙ, ҡайҙа кәрәкбеҙ, шунда юлланабыҙ”, – ти ул.

Ҡотҡарыусылар өсөн ял да, байрам да юҡ икәнлеге билдәле. Улар быны бик еңел ҡабул итә, һис ауырлыҡһыҙ үҙ сменаларында дежур итә һәм эшен теүәл башҡара.

– Быйыл мин 31 декабрҙә лә эшләнем. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ ҡабул итәм быны. Беҙҙең смена йыл һайын бер көнгә күсә килә, шуға күрә, мәҫәлән, киләһе йылда 1 ғинуарҙа эшләремде белеп торам. Ғаиләм хеҙмәтемдең мөһимлеген белә һәм аңлап ҡарай. Киләһе дежурлығым – 4 ғинуарҙа. Ғөмүмән, беҙ һәр ваҡыт әҙер, – тине Артур.

33 йәшлек ҡотҡарыусының ҡатыны һәм ике улы бар. Малайҙарына – ун һәм дүрт йәш. Улар бәләкәйҙән атайҙарының эше тураһында яҡшы белә һәм уны герой тип иҫәпләй. Артур иһә был тармаҡта инде 11 йыл хеҙмәт итә. 

31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә сменала булған кешеләр ваҡытты нисек үткәрә икән? Артур һөйләүенсә, көндөҙ барыһы ла ғәҙәттәгесә үтә: улар шулай уҡ уҡыйҙар һәм күнекмәләр үткәрәләр, кластарҙа шөғөлләнәләр. Кисен иһә өҫтәлдәре байрамса төҫ ала. Салаттар, башҡа тәмле ризыҡтар әҙерләйҙәр. Барыһы ла тыныс булһа, бөтәһе кеүек үк телевизор янында йыйылып, Владимир Путиндың телмәрен тыңлайҙар. Табынға һуттар, газлы һыуҙар ҡуялар, иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

– Ҡапыл саҡырыу була ҡалһа, беҙгә шунда уҡ табынды ҡалдырып, бер минут эсендә йыйынып сығып китергә кәрәк, шуға күрә кемдеңдер алкоголь эскән булыуы мөмкин түгел. Беҙ һәр хәлдә айыҡ аҡыл менән эш итергә тейеш, – ти Артур.

Артур Ғаянов бар республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм Яңы йыл каникулын имен үткәреүҙе теләне.

– Кешеләр иплерәк булһа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә, беҙгә лә эш әҙерәк була бит, шуға үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, Яңы йылдар имен килһен, – тине ул.

Фотолар: геройҙың шәхси архивынан. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: