Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2022, 16:30

Тауыҡ итенән тәмлекәс

Тауыҡ итен төрлөсә әҙерләргә була. Бөгөн һеҙгә тауыҡ итен йәшелсәләр менән бешерергә тәҡдим итәбеҙ.

Тауыҡ итенән тәмлекәс
Тауыҡ итенән тәмлекәс

Тауыҡ итен төрлөсә әҙерләргә була. Бөгөн һеҙгә тауыҡ итен йәшелсәләр менән бешерергә тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн 600 грамм тауыҡ ите, бер сәй ҡалағы тоҙ, борос, паприка, 50 грамм йәшеллек,  өс йомортҡа, 50 грамм сыр, 100 грамм сыр өҫтөнә һибер өсөн, ике тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы майонез, бер аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк.

Әҙерләү:

Тәүҙә тауыҡ итен оҙонлайына нәҙек итеп киҫәбеҙ ҙә, һуҡҡылап сығабыҙ. Тоҙлап, борослап, йәшеллек һибеп 15 минутҡа ҡалдырабыҙ.  Артабан тышлығын әҙерләйбеҙ. Һуғанды, помидорҙы турайбыҙ. Йәшеллек, ҡырылған йомортҡа, сыр өҫтәйбеҙ. Уға майонез, тоҙ, һарымһаҡ һалып болғатабыҙ.

Форманы үҫемлек майы менән майлап, тауыҡ иттәрен теҙеп һалабыҙ. Өҫтөнә әҙер ҡатнашманы һалып, сыр һибәбеҙ. Шунан духовканы 200 градусҡа тиклем йылытып 20 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Ok.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: