Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2022, 10:00

Терһәк яҡын да бит... Хикәйә

– Күршекәйем, Сабитың ҡайҙа ул, нишләптер күренмәй? – Кисә иртән ҡәйнәмдәргә киткәйне, шунда йоҡлап ҡалғандыр. – Мине бер үк ғәйепләмә, туғанҡайым, әйтмәй түҙә алмайым: Сабитың кисә теге елбәҙәк Зөһрәгә йортҡа кергән, тиҙәр бит. – Төҫө ҡасҡан, иҫәнгерәгән ҡатынды иңенән ҡосаҡлап алды. – Аштың майы, һүҙҙең яйы була, тигәндәй, әйҙә әле өйгә инеп һөйләшәйек…

Терһәк яҡын да бит...  Хикәйә
Терһәк яҡын да бит... Хикәйә
Йәкшәмбе көн иртән һыйырҙарын ҡыуып ҡайтып килгән Сәғиҙәне ҡапҡа төбөндә күршеһе Минзифа апай көтәүелләп тора ине. Был ауылда үҙенең нәҫел-нәсәбе булмағас, бигерәк тә хөрмәт итә ошо киң күңелле апайҙы Сәғиҙә.
 
– Күршекәйем, Сабитың ҡайҙа ул, нишләптер күренмәй?
 
– Кисә иртән ҡәйнәмдәргә киткәйне, шунда йоҡлап ҡалғандыр.
 
– Мине бер үк ғәйепләмә, туғанҡайым, әйтмәй түҙә алмайым: Сабитың кисә теге елбәҙәк Зөһрәгә йортҡа кергән, тиҙәр бит. – Төҫө ҡасҡан, иҫәнгерәгән ҡатынды иңенән ҡосаҡлап алды. – Аштың майы, һүҙҙең яйы була, тигәндәй, әйҙә әле өйгә инеп һөйләшәйек…
 
Иртән ауылдың һәр өйөндә шул хәбәрҙе сурытып- сурыттылар. «Әстәғин! Ни булған? Шунсама йыл бергә йәшәпме? Кәртинкә кеүек сибәр ҡатынды шул ен ботағына алыштырмағандыр инде. Оло ҡыҙҙары институтын бөткәйнеме әле?»
 
Бер кем дә белмәй шул сабыр, тешәк Сәғиҙәнең аҙаҡҡы өс йылда яңғыҙы донъяны тартҡанын, ниндәй утта янғанын. Бер күреүҙә ғашиҡ булып, үлеп яратып өйләнгән, "өф" итеп кенә торған Сабиты һуңғы ваҡытта бик ныҡ үҙгәрҙе. Аҡсаһын да үҙе генә тота: йә машина-тракторға запчасть кәрәк, йә әсәйемә дарыу алдым, ти ҙә ҡуя. Ҡәйнәһе лә төн тимәй-көн тимәй шылтыратып, саҡыра ла тора: “Улым, йөрәгем тағы сәнсә, тыным ҡыҫыла, килеп ет.”

Нишләһен ире, бара инде. Ярай, барһын, әсәһе бит! Сәғиҙә бәләкәй саҡта үҙ әсәһе лә йөрәктән киткәс, ҡырыҫ ҡәйнәһен бик йәлләй ул. Сабитының әсәһенә тейешле хөрмәт күрһәтергә тырыша: йыш ҡына барып бөтә донъяһын йыуып-таҙартып китә.
 
– Үәт, хәҙер шул барған һайын ҡәйнәһе эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөгән алаҡай Зөһрәгә киткән, тиҙәр бит. Хатта ул, йәнәһе лә, Сабиттан бала көтә. Ышанмайым! – Сәғиҙә ире бына-бына ҡайтып керер, ҡәйнәһенең хәле үтә насар булғанда ҡунғылап та ҡалғылай ине, тип көттө лә көттө. – Асыу – аҡыл дошманы, шылтыратмай торайым, тәккә хафаға һалмайым әле оло кешене! Нисәмә бәхетле ғаиләне туҙҙырып, күпме ир-атты аҙҙырып йөрөгән, береһе менән дә оҙаҡлап йәшәй алмаған еңел-елпе Зөһрәне ниңә ҡәйнәһе эйәләштерһен дә, ниңә улына ҡушһын, ти? Булмаҫ! Сабиты ла ғүмер буйы Зөһрәне һөйһөнмәй һөйләне, – тип сабыр булырға тырышты.
Күпме көтһә лә, ире кисен ҡайтманы. Балаларҙан, кешеләрҙән оят! Ғәрлек! Тимәк, дөрөҫ. Иң яҡын ике кешеһенең хыянатын Сәғиҙә бер нисек тә башына һыйҙыра ла, аңлай ҙа алманы. Арҡаһына бысаҡ ҡаҙанылармы ни, тын да ала алмай. Оят! Үлемдән оят көслө!
 
Сәғиҙә, Ләләһе йоҡлап киткәс, шым ғына сыҡты, кәртәнән быҙау бәйләп йөрөгән бауҙы алды ла аҙбарға атланы. Әллә бәйләй белмәне, әллә бауы шылғаяҡ булды, башына элмәк һалып тартылһа, бәйе ысҡына ла шап итеп ергә килә лә төшә. Өсөнсөгә ынтылды. Йәне осоп китте... Күҙҙәре ҙур итеп асылған, һынташтай ҡатҡан Сәғиҙәгә йәне баш осонда ныҡ ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла, кире керҙе. Бауы шатырҙатырып өҙөлдө лә, ҡатын тәгәрәп китеп һыйырының "шыйыҡ ҡоймағы"на барып ятты. Айнып китте.
 
– Нишләйем мин? – Йөрәге дөп-дөп тибә. – Ыһ! Аллаҡайым, ҡотҡарҙың! Ары нисек йәшәргә? – Иңрәп ыңғырашты. Ергә теҙләнде. Тулы айға ҡарап, яралы бүре кеүек асырғанып олоно. Ауыл өҫөнән хәүефле шом уҙҙы, һауаға хәсрәт, рәнйеш артылды. Йөрәк өҙгөс олоуға ауыл эттәре айбарланып өрөп ҡушылды.
 
– Хоҙайым-Аллаҡайым, ярҙам ит! Рәнйейем мин Сабитҡа! Рәнйейем Зөһрәгә! Рәнйейем хаин ҡәйнәмә лә! Рәнйейем! Мин йәтимде мыҫҡыл иттеләр. Үҙең эшкәрт! Ошо төндө генә үткәрһәм... Ыһ! Ыһ! – Йөрәге әрней, йәне илай.

“Ҡыҙыҡайҙарым! Иртән балам мине эҙләр, уға бит бары 17 генә йәш.” Сәғиҙә бауҙы алды ла, бәҙрәфтең тишегенә бар көсөнә быраҡтырҙы. Тәнтерәкләп барып баҡсалағы мискәнән бер биҙрә һыу алды ла өҫтөнә ҡойҙо. Тағы алды, тағы ҡойҙо. Йөрәге леп-леп килә. Күңелен әрнеткән бөтә бысраҡты, хыянатты йыуып төшөрөргә теләгәндәй, һыу менән ҡойондо ла ҡойондо. Шунан бик оҙаҡ бер нөктәгә текәлеп ултырҙы ла, ҡәтғи ҡарарға килеп, яңы сығып килгән ҡояш нурҙарына һөйөнөп, өйөнә атланы. Күңелен эш менән баҫты, кеше араһында булырға тырышты кәнсәлә бухгалтер булып эшләгән ҡатын. Тик бөршәйеп, бәләкәс кенә булып ҡалған йәне генә тыныслыҡ тапманы. Көндөҙөн бер кемгә бер нәмә һиҙҙермәне, баҫалҡы ғына йылмайып йөрөнө. Ә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе! Кис бер үҙе ҡалғанда күҙҙәрендә шундай ғазап, әрнеү, өмөтһөҙлөк, аптырау, ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ – көҙгөләге сағылышына ҡарай алманы. Ябыҡҡан, ҡарайған, бәләкәйләнеп ҡалған Сәғиҙәне танырлыҡ түгел ине.

Сабиты еңел машинаны, тракторҙы, быҙауҙары менән ике һыйырҙы ла алды.

– Алиментҡа бирмә, өй һиңә ҡала, шул етер, – тине. Бер аҙҙан, Сәғиҙә эштә саҡта, яңы ғына күтәргән аҙбарын да һүтеп алып китте. Бер үҙенә ниңә мал аҫырарға? Йонсомаһын! – тип аҡланды. Ҡатынға һыйырын да, һарыҡтарын да һатырға тура килде. Себерҙән отпускыға ҡайтҡан Маһинур апаһы, һеңлеһенең донъяһы шулай көтмәгәндә селпәрәмә килеүенә йәне көйҙө. Һәр ашағанын кире ҡоҫоп торған туғанын йәлләне.
 
– Әйҙә әле, Әһлитдин муллаға, – тип, ай-вайына ҡарамай, күрше ауылға алып китте.
 
Ҡасандыр, бәләкәй сағында, үҙен үлемдән алып ҡалған муллаға Маһинур ныҡ ышана, хөрмәт итә ине. Туҡһан йәшен тултырған ҡарт бик бирешкән, күптән кеше ҡарамай, тиҙәр. “Ярар, хәйер булһа ла бирер.”
 
Әһлитдин бабай Сәғиҙәгә күҙ һирпеп кенә ҡараны ла, яулыҡ, оҙон халат кейҙертеп ултыртып ҡуйҙы. Бик оҙаҡлап уҡып өшкөрҙө лә, өшкөрҙө ул. Сәғиҙә ауыҙын да ябалмай, иҫәнгерәп иҫнәп ултырҙы ла, ултырҙы. Шунан күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй башланы, аҙаҡ һулҡылдап иланы, шунан иҙәнгә ятып башын бәреп-бәреп, йоҙроғо менән иҙәнде төйә- төйә һыҡтаны ла һыҡтаны... Моңло доға тауышына уны йоҡо баҫты. Уянып киткәндә кис еткәйне. Әһлитдин мулла бер стакан һыу һуҙҙы:

– Бөткәнсе эс! Балам, тыңла, хәтереңә һал! Ҡыҙҙарыңды йәлләп, ярҙам иттем, олоғайҙым, ауырыйым. Ҡәйнәң туйығыҙҙа уҡ туй күлдәгеңде йыуып, әмәлләгән. Ирең һине ныҡ яратҡанға, алдырғыһы килмәгән уның, яңғыҙ ҡалырмын, тип ҡурҡҡан. Нисек шунсама йыл ирең менән йәшәгәнһең әле? Һау балалар апҡайтҡанһың? Һаман тәғәм аша әмәлләп тора. Һиңә кире йоҡмаһын, йәбешмәһен тиһәң, намаҙға баҫ, сүрәләр уҡы. Бына "Фил" сүрәһен яҙҙым, ишек башыңа ҡуй. Ошо тоҙҙо ай буйы иртәнсәк семтемләп кенә бер стакан һыуға һалып эс. Таҙарынырға кәрәк, ныҡ тамырланған, ете йылға һуҙылыр әле. Ауырырһың, духтырға барма, дарыу эсмә, үтер, иншаллаһ. Миңә ҡабат килмә, хәҙер үҙемә аҙна буйы ураҙа тотоп, таҙарынырға кәрәк буласаҡ. Балаларыңды йәтим итмәм тиһәң, ҡалғаны үҙеңдән тора. Башҡаса бер кемгә лә рәнйемә, мосолманға хас түгел ул.
 
Йылдар уҙҙы. Ҡыҙҙары уҡып бөтөп, эш башланы. Бер үҙе туйҙар үткәреп, башлы-күҙле итте, Сабиты хатта килмәне лә.
 
– Атайым юлда торғанда ултыртмай ҙа уҙып китте, – тип йәне әсенеп иланы Ләләһе. Даны сыҡҡан "ҡыҫыр Зөһрә"нең дә ялғаны фаш ителде – бала тыуманы, Сабиты ла ныҡлы эсә башлаған икән. Торараҡ Зөһрәһе лә бөтә донъяһын һатып, ҡалаға сығып киткән дә барған. Ҡәйнәһе, бер нәмәһеҙ ҡалған улы ҡайтып кергәс, инфаркт булып, аяҡтан ҡалған, тиҙәр.
Сәғиҙә яйлап дингә килде: Ҡөрьән уҡый, намаҙын ҡалдырмай. Бөгөн кис ейәне менән мәш килеп йөрөп, һуңлап китте. Ятҡайны ғына... ҡап-ҡараңғы шомло подвалға төштө лә китте. Күҙ бер аҙ өйрәнгәс, тирә-яғына ҡараһа: ҙур ғына бүлмә. Өҫтән ҡыҫылып ҡына һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ төшә, күрәһең, шунда подвал ҡапҡасы. Төпкәрәк үтте: һике өҫтөндә иҫ киткес ҙур, ҡурҡыныс, ике оҙон анаконда йоҡомһорап ята. Сәғиҙә, ҡото осоп, өнһөҙ ҡалды. Улар янынан былай ғына уҙып китеп булмаясаҡ, уны һаҡларға ҡуйылғандар.

– Нишләргә?! Был имәнестәрҙән бер төрлө ҡотолоу юҡ: ни булһа, шул булыр! – тип, ул шым ғына баҫып яндарына килде. Береһе күҙен ҡыҫып ҡатынды күҙәтә. Күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып Сәғиҙә ҡапыл уяу йыландың муйынынан тотоп алды ла асҡан ауыҙын йоҡлағанының муйынына батырҙы һәм яҡты төшкән яҡҡа йүгерҙе. Был шул тиклем тиҙ килеп сыҡты: быуарҙар аңламай ҙа ҡалды. Улар ҡатын артынан ташландылар, ләкин беренсеһе ҡаҙалған тештәрен тартып сығара алмай, икенсеһе ажғыра-ажғыра ысҡынырға тырыша. Уның һайын Бер-береһенә нығыраҡ уралышып ҡушылдылар, тартышҡан һайын буталышып сырмалдылар. Сәғиҙә баҫҡыс буйлап осоп ҡына менде, ҡапҡасын асып япты, йоҙағын элеп ҡуйҙы, ары йүгерҙе – тағы баҫҡыс, күтәрелһә – ишек, этеп ҡараны.

– Уффф! – Бикле түгел икән! Келәһен элеп, алға йүгерҙе, тағын баҫҡыс! Хәле бөттө, артына әйләнеп ҡараны – ыҫылдаған тауыш ишетелә. – Эй, Хоҙайым! Ишек? Асыҡ икән! – Бикләне лә ары йүрмәләне. Оҙон туннель.

— Ҡайҙа һуң ул?! Бында яҡтыраҡ, аяҡ аҫты шөйлә күренә. Тағын баҫҡыс! Бөтмәйме ни былар?! Артта шатыр-шотор килә. Ҡатын алға ынтылды, ишекте "шарт" асып япты. Шулай уҡ оҙон туннель. Аяҡтары тотмай башланы, быуынһыҙ ғына була инде! Аҫта нимәлер гөрһөлдәй, ҡолай. Юҡ, бирешмәйәсәк ул. Алға! Тағын баҫҡыс?!! Яҡында ғына ыҫылдаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, быуарҙар ҡанға батышып, ҡушарлап уралышҡан килеш, баштарын ҡалҡытып, ярты метрҙай телдәрен сығарып, һаҫыҡ шайыҡтарын ағыҙып, шыуышып киләләр. Ни хикмәт менәндер беренсеһе ауыҙын тартып сығарған, икенсеһенең умырылып алынған яраһынан ҡан һарҡый. Ҡатын бер ынтылыуҙа баҫҡыстан күтәрелде лә, ишектең асҡысын бороп, ары тәнтрәкләне. Йыландар ҡойроҡтары менән бәрә башланылар. Ишек түҙмәне, селпәрәмә килде. Тағын оҙон туннелдең осона барып етте, тағы баҫҡыс! Имәнес йыландар ҡыуып етеп килә. Сәғиҙә аҡтыҡ көсөн йыйып, мүкәйләп өҫкә үрмәләне. Ишекте саҡ ябып, аһылдап тын ала-ала, арҡаһы менән этәп торҙо.
Тирә-яҡ яп-яҡты! Ҡайҙа ул? Ихтибарлабыраҡ ҡараны. Бәй, ҡәйнәһенең мунсаһының соланына килеп сыҡҡан бит! Ни хикмәт? Ни ғибрәт булды был?! Ныҡ аптырап ҡалған ҡатын, һаман дер һелкенгән ишекте ебәрҙе лә, абына-һөрлөгә тышҡа сыҡты.
 
– Нишләп ул ҡәйнәһенең урамына килеп сыҡты әле?! – Шул саҡ мунса соланынан ҡанға батып, сәсе-башы туҙған, күлдәктәре йыртылып-бысранып бөткән ҡурҡыныс ҡиәфәттә ике ҡатын ҡултыҡлашып сыҡтылар ҙа Сәғиҙәнең аяҡ аҫтына тәгәрәнеләр. Яҡшылабыраҡ ҡараһа: береһе ҡәйнәһе, икенсеһе –Зөһрә.

— Ҡәйнәм? Зөһрә! – Сәғиҙә аһылдап, хәле бөтөп уянып китте. — Ыһ! Бисмилләһир-рахманир-рахим! Әл дә төш кенә! Намаҙ ваҡыты еткән икән, торорға кәрәк. Уйланып ятты. Был төшө нимә аңлата? Ете ишектән сыҡты, ете "тоҙаҡ"тан ҡотолоуымы?
 
Бер кис Сәғиҙә Минзифа апайҙы балалары алып ҡайтҡан күстәнәстәрҙән ауыҙ итергә сәйгә саҡырып алды. Һүҙ араһында ғына күршеһе әйтә ҡуйҙы:
– Ҡәйнәңде Сабитың эсеп йөрөп ныҡ ыҙалата икән, һеҙҙең донъяғыҙҙы бутауға хатта үкенә, ти... Эшенән ҡалған улын өйөңә ҡайт, тип ҡыуалай, тиҙәр. Теге ен күбәләге лә ҡаты ауырып, больницаға эләккән икән. Бер нисә көндән ныҡ ҡартайған Сабиты, ете йылдан һуң беренсе тапҡыр килеп, Сәғиҙәнең эштән ҡайтыуын көтөп ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине.
– Ғәфү ит мине! Яңылыштым! Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай. Ҡайтайым. Балаларға терәк булайыҡ, ейәндәрҙе бергә үҫтерәйек...
Ҡатын күҙҙәрен тултырып бер ҡараны ла, ҡапҡаны шым ғына ябып, элгесен төшөрөп, кереп китте...
 
Гөлназ Нафикова-Ғәбитова.
Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: