Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2022, 13:20

Вакцинаны нисә тапҡыр ҡаҙатырға ярай?

balashover.ru
Фото:balashover.ru

Рәсәйҙә 10 миллион 215 меңдән ашыу кеше ковид йоҡторған. Вафат булыусылар һаны һуңғы көндәрҙә аҙ булһа ла кәмей төштө. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдереүенсә, 60 йәштән өлкәндәрҙең 70 проценты коронавирустан тәүге вакцинаны яһатҡан.

“Роспотребнадзор” башлығы фекеренсә, эпидемиологик хәл ошо йәш категорияһының 80 процентын иммунизациялағандан һуң тотороҡланасаҡ. Халыҡты “Спутник V” вакцинаһын нисә тапҡыр яһатыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Был һорауға  Гамалея исемендәге үҙәк директоры Александр Гинцбург яуап биргән. Ғалимдың әйтеүенсә, был вакцинаны ярты йыл һайын “сикһеҙ рәүештә” яһатырға мөмкин. Халыҡтың 70-75 процентында антиесемдәр барлыҡҡа килгәндән һуң пандемия тамамланасаҡ, тигән фекерҙә ул.

Әле донъяла “омикрон” штамы тарала. Сирҙе йоҡтороу һаны буйынса АҠШ, Һиндостан, Бразилия илдәренән һуң Бөйөк Британия килә, тип хәбәр итә ТАСС.

Динә Арыҫланова 

Читайте нас: