Новости
18 Ғинуар 2022, 13:30

Йылы күлен танымай ҙа торорһоғоҙ әле!

Радий Хәбиров Инорс биҫтәһендә булды һәм Йылы күле, Баландин бульварын төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Йылы күлен танымай ҙа торорһоғоҙ әле!Йылы күлен танымай ҙа торорһоғоҙ әле!
Йылы күлен танымай ҙа торорһоғоҙ әле!

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инорс биҫтәһендә булды һәм Йылы күле, Баландин бульварын төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Башланғысты “Берҙәм Рәсәй” партияһының “ҡала мөхите” проекты сиктәрендә баш ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына ҡарата тормошҡа ашыралар.

2020-2021 йылдарҙа онлайн-форматта һәм көндөҙгө семинарҙарҙа төҙөкләндереү концепцияһын өфөләр менән бергә тикшерҙеләр һәм ҡабул ителгән тәҡдимдәрҙе партияның “Халыҡ программаһы”на индерҙеләр.

Күсмә кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова һөйләүенсә, төҙөкләндереүҙең беренсе этабы 2022 йылда тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ул Мушников урамынан алып Йылы күленә тиклем Баландин бульвары участкаларын һәм Мушников урамы, 7\3 һәм 13/8 йорттары араһында күл буйын үҙ эсенә ала.

Икенсе этап барышында 2023 йылда күл буйын һәм Баландин бульвары буйын төҙөкләндереү ҡаралған. Һөҙөмтәлә бында халыҡтың ялы өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән инфраструктура, шул иҫәптән велосипед юлдары, саңғысылар өсөн трасса, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, ял итеү зоналары булдырыла. Объекттар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә йыһазландырыласаҡ.

Проекттың дөйөм хаҡы 191,8 миллион һум тәшкил итәсәк, шуның 178,6 миллион һумы – федераль аҡса.

– Беҙ йәштәр аудиторияһына айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең әүҙем ялы өсөн скейт-парк, футбол яланы һәм амфитеатр булдырасаҡбыҙ, –- тине Ольга Сарапулова. – Һәм халыҡ өсөн бушлай пляж биләмәһен мотлаҡ төҙөкләндерәсәкбеҙ.

Бынан тыш, Өфөнөң 450 йыллығына Йылы күле янында ишкәк слаломының күп функциялы комплексы төҙөлә. 396,1 миллион һумлыҡ спорт объекты Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән.

– Был ҙур һәм техник яҡтан ҡатмарлы ҡоролма, уны 2023 йылда асырға ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Эштәрҙе быйыл башлайбыҙ. Проектты тормошҡа ашырыуға аҡса һалынған да инде.

Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусы Башҡортостан байдарка һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсылары һәм тренерҙары республика етәкселегенә был комплексты булдырған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм был объекттың командалар әҙерләү һәм төрлө ярыштар үткәреү өсөн кәрәк буласағын билдәләне.

Кәңәшмә аҙағында республика Башлығы Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты, улар Инорс биҫтәһен үҫтереү мәсьәләләре хаҡында һөйләне.

Улар, атап әйткәндә, Йылы күленең экосистемаһын һаҡлау кәрәклегенә иғтибар итте һәм һыу ятҡылығы тирәләй йәшел зонаны һаҡлауҙы һораны. Төҙөкләндереү сиктәрендә биләмәне ҡороған ағастарҙан таҙартасаҡтар һәм үҫентеләр ултыртасаҡтар, тине Радий Хәбиров. Ә күл үҙе сүп-сарҙан таҙартыласаҡ.

– Һыу объекттары эшләү өсөн һәр саҡ ҡатмарлы, сөнки уларҙың экосистемаһын һаҡлау мөһим. Подрядсыларыбыҙҙың ошо талаптарға яуап биргән сифатлы проекттар эшләргә өйрәнеүе ҡыуандыра, – тине Радий Хәбиров.

Биҫтә халҡы шулай уҡ республика етәкселегенә биҫтәнең йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтереүсе “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Инорста һәм яҡын-тирәләге райондарҙа яңы социаль объекттар төҙөү перспективалары менән ҡыҙыҡһынды.

– Беҙ йыл һайын Өфөнөң парк биләмәләрен тәртипкә килтерергә ҡарар иттек. Ул “Беренсе май” паркынан һәм “Имәндәр” скверынан башланды. Әле“Ҡашҡаҙан” һәм “Көньяҡ” парктарында эштамамлана. Сиратта – Йылы күле биләмәһе, - тине Радий Хәбиров. – Инорста урындағы халыҡ өсөн уңайлы йәмәғәт киңлеген булдырыу мөһим. Шул уҡ ваҡытта коммерция объекттарының һәм социаль инфраструктураның аҡыллы балансын һаҡларға тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн халыҡ менән аралашыуҙы дауам итербеҙ һәм мотлаҡ һеҙҙең мәнфәғәттәрегеҙҙе иҫәпкә алырбыҙ. Йорт яны биләмәләрен, парктарҙы, скверҙарҙы төҙөкләндереү менән бәйле йүнәлештәрҙе халыҡ фекерен иҫәпкә алмай башҡарырға ярамай, сөнки ул саҡта был бөтөнләй мәғәнәһеҙ.

Башҡортостан Башлығы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә 450 йыллыҡ юбилейға бер нисә ҙур спорт объекты – көрәш һәм волейбол үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк тип өҫтәне. Бынан тыш, 2022 йылда Инорс биҫтәһендә 1 650 урынлыҡ яңы мәктәп асыласаҡ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас