Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2022, 23:00

Һыуға төшкән кеүек юҡ булған...

Буран булғас, эҙенә лә төшә алманыҡ, ти дуҫтары.

Һыуға төшкән кеүек юҡ булған...
Һыуға төшкән кеүек юҡ булған...

Йомағужа ауылында йәшәгән 36 йәшлек Дмитрий Айваков ғәйеп булған, был хаҡта уның дуҫтары борсолоп хәбәр иткән. 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы был хаҡта  Дмитрийҙың күршеһе Эльвина менән әңгәмәләшкән. Ҡатындың һөйләүенсә, Дмитрий 12 ғинуарҙа юғалған. Ул төндө күршеләре уның йорто янында шау-шыу, ҡысҡырыу тауыштарын ишеткән, әйтерһеңдә, кемдәрҙер һуғышҡан, эттәр ҙә туҡтауһыҙ өргәне ишетелгән. Ир юғалғас, уны эҙләүгә дуҫтары, яҡындары – йәмғеһе 25 кеше сыҡҡан. Өй тирәләрен, йылға буйҙарын, урман буйҙарын ҡыҙырып эҙләгәндәр, әммә һөҙөмтәһеҙ.

Буран булғас, эҙенә лә төшә алмағандар. Ахырҙа полицияға мөрәжәғәт иткәндәр, шулай уҡ Дмитрий Айваковты күреүселәр булһа, 89276365346 номеры буйынса шылтыратыуҙы үтенгәндәр. Фото: "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: