Новости
11 Февраль 2022, 05:40

Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерә

Өфөләге Черников һәм Костерин йорто һәр кемгә таныштыр. Матур итеп биҙәлгән, парад балкондары булған күркәм йорт ул. Эксперттар уны архитектура ҡомартҡыһы һәм “һынлы сәнғәт модерны” өлгөһө тип таныны. 2021 йылда, ремонттан һуң, бина республика йәштәре ҡарамағына тапшырылды. Бында “Йәшлек хаус” – Йәштәр йорто урынлашты.

 

Барыһы ла йәштәр өсөн

 

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук хәбәрселәрҙе яңыртылған бина һәм уның яңы хужалары менән таныш­тырҙы: “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, бер бөтөн булып эш итһендәр өсөн, бөтә йәштәр ойошмаларын бер ҡыйыҡ аҫтында туплап, йәштәр командаһы төҙөү теләген белдерҙе. Һуңынан йәштәр менән күп тапҡыр осрашып, фекер алыштыҡ, бында бер нәмә лә бул­маған ваҡытта уларҙың теләктәрен, пландарын барланыҡ. Һөҙөмтәлә беҙгә кәрәкле бурыстарҙы хәл итерлек концепция булдырҙыҡ: бында теләгән һәр йәш кешегә ишектәр асыҡ. Уның аҡсаһы булмаһа ла, бында шөғөлләнә ала, компьютеры юҡ икән, уны кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итәсәктәр”.

Йәштәр йортоноң эш тәртибе – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 10-ға тиклем. Кәрәк икән, ҡарауылсылар төнгө 12-нән һуң да ишекте асасаҡ. “Йәштәр йортоноң тәүлек әйләнә­һенә эшләү мөмкинлеген ҡарайбыҙ, был тәңгәлдә әле хәл итәһе мәсьәләләр бар”, – тип аңлатма бирҙе Яна Гайдук.

Йәштәр йорто өс йүнәлештә эшмәкәрлек алып бара. Тәүгеһе – эшлекле зона. Бында йәштәр ойошмаларының штабтары урын­лашҡан. 60 кешегә иҫәпләнгән конференц-залда плазмалы экран ҡуйылған, йәштәрҙең теләге буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ 12 урынлыҡ, эш өсөн бөтә шарттары булған коворкинг үҙәге эшләй.

 

Бинаның аҫҡы өлөшө ижад өсөн бүленгән

 

Унда ла ремонт уҙғарылып, ижади йәштәр өсөн бүлмәләр булды­рылған. Бында театр студиялары өсөн репетиция базалары, “Катушки-вертушки” музей-оҫтаханаһы, артистар өсөн гримеркалар, музыка ҡоралдары менән музыка кафеһы һәм тауыш яҙҙырыу студияһы урынлашҡан.

“Катушки-вертушки” – ул раритет техниканың музей-түңәрәге һәм заманса форматтағы радиотехника түңәрәге. Экспозиция өсөн экс­понаттарҙы төрлө яҡтарҙан килтерҙек. Хәҙер улар барыһы ла бында урын алған”, – ти Яна Гайдук.

“Был – музей-оҫтахана. Концепцияны уйлағанда, техника кәштә­ләрҙә саң йыйып ятырға тейеш түгел, ул һөйләшергә һәм йырларға тейеш, тип иҫәпләнек. Күптән “шымып” ҡалған техниканы “терелтеү” мөмкинлеге булырға тейеш, беҙ әле егеттәр менән тап шуның менән булабыҙ”, – ти “ВИА Чаппа” төркөмө солисы Илья Тавлияров.

Бында 80-се йылдарҙағы техника йыйылған. Кәштәлә репортер диктофоны, “Ағиҙел-301” һәм “Ағиҙел-302” магнитофондары тора. Аудиокассеталар коллекцияһы ла йыйыла. Илья Тавлияров өсөн иң ҡиммәтле экспонат – Нәзифә Ҡадированың йырҙары йыйынтығы.

Теләгән һәр кем төрлө сыға­наҡтарҙан һәм проигрывателдән композициялар тыңлай ала. Коллекцияны битараф булмаған Өфө халҡы килтерә, ҡайһы берҙәрен сүплеккә ташлауҙан һаҡлап алып ҡалалар.

Өфө архитектура колледжы студенттары Сулпан Буранҡаева менән Йәсминә Маннанова ла техника менән ҡыҙыҡһына. Илья етәксе­ле­гендә улар иҫке техниканы “те­релтеү” серҙәренә төшөнә.

Йәштәр йорто командаһының йәнә бер ғорурлығы – музыкаль кафе. Тиҙҙән ул барыһы өсөн дә ишектәрен асасаҡ. Бында бушлай музыка кисәләре, осрашыуҙар уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ десерттар һәм ҡәһүә тәҡдим итеүсе кафе эшләйәсәк.

Күрше бүлмәлә кино залы бар. Унда төрлө фильмдар күрһәтелә.

“Шуныһы ғәжәпләндерә, иң күп тамашасы – әлеге ваҡытта оло йәштәге кешеләр. Ғаиләләре менән киләләр. Бына яңыраҡ ҡына бер олатай менән өләсәй “Т-34” фильмын ҡарап ҡайтты”, –ти Яна Гайдук.

Ҡорамалдарҙа шулай уҡ компьютер уйындары уйнарға һәм караоке йырларға мөмкин.

 

Йәшлек сиктәрҙе танымай

 

Концепцияның өсөнсө өлөшө – ихата. Яҙ етеү менән уны төҙөк­ләндереүгә тотонмаҡ­сылар. Ике урамдан да инеү урыны асыласаҡ, стационар сәхнә, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, дөйөм туҡланыу нөктәһе буласаҡ.

“Бында заманса ҡала йәмәғәт киңлеге – мини-Арт-Квадрат булды­рырға планлаш­тырабыҙ. Бынан тыш, баш ҡала юбилейы алдынан күрше йорттоң тышын биҙәүҙе күҙаллайбыҙ”, – тип билдәләне Гайдук.

Бөгөнгә иһә бинала республика йәштәр ойошмаларының 18 штабы урынлашҡан: студент отрядтары, КВН, “Бергә” хәрәкәте, Рәсәй йәштәр берлеге, “Юнармия”, “Лиза Алерт”. Башҡортостандың ирекмәндәр штабы ла бында.

“Барыһына ла урын етте. Социаль селтәрҙәр аша кемгә урын кәрәк икәнлеген белештек, осрашыуҙар үткәрҙек. Кемдәрҙер килеп-китеп кенә йөрөй. Бының өсөн тотош кабинет кәрәкмәй бит инде, шуға күрә өҫтәл һәм ултырғыстар тәҡдим иттек. Барыһы ла ҡәнәғәт – иң мөһиме шул”, – тине етәксе.

Бөгөн “Йәшлек хаус” үҙ майҙа­нында Башҡортостандағы бөтә ирекмәндәр йүнәлештәрен берләш­терә, шулай уҡ бар муниципаль штабтарға етәкселек итә.

Стихиялы бәлә-ҡазаны бөтөрөү буйынса ирекмәндәр эшмәкәрлеген дә координациялай, 2021 йылда, мәҫәлән, урман янғын­дарына ҡаршы көрәшкән ваҡытта тап шулай эш итәләр.

Мобиль ирекмәндәр отряды тө­ҙөү тәжри­бәһе лә бар. Талап ителһә, бер нисә сәғәт эсендә ирекмәндәр автомобиле кәрәкле урынға йүнәлә, ә инде урында бурыстар ҡуйыла.

“Әлеге ваҡытта беҙ ирекмән­дәрҙе туплайбыҙ. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына һәм хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән граждан­дарға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Муниципа­литеттарҙың ирекмәндәр штабтары республиканың бар дауаханалары менән берҙәм бәйлә­неш булдырған. Көн һайын дауа­ханаларҙың яуаплы хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр буйынса заявкалар еткерә. Мәғлүмәтте райондарҙағы муниципаль штабтар ҙа күрә. Һәм мәсьәлә урындарҙа хәл ителә”, – тип системаның эше менән таныштырҙы Яна Гайдук.

Оло йәштәге һәм хәрәкәт мөм­кин­лектәре сикләнгән граждандарға ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр штабы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты менән берлектә эш алып бара. Үҙәк халыҡтан заявка ҡабул итә, улар берҙәм ирекмәндәр штабына ебәрелә, аҙаҡ булдырылған схема буйынса мәсьәлә хәл ителә.

Яна Гайдук белдереүенсә, ауыр ваҡытта “Йәшлек хаус” ирекмәндәр ярҙамы үҙәгенә әйләнгән, сөнки Йәштәр йортоноң бөтә резиденттары ла берҙәм ҡушылған. Ремонт барышында, майҙанды тултырыуҙа улар власть органдары менән аңлашып эш иткәндәр.

“Беҙҙең алда тәжрибәне башҡа муници­палитеттарға ла таратырлыҡ объект булдырыу бурысы ҡуйыл­ғайны”, – ти Яна.

Комитет аппараты Пушкин ура­мының 95-се йортонда урынлашһа ла, дәүләт комитеты рәйесенең эш кабинеты ла бында.

“Ошолай миңә йәштәр менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеге бар. Бюрократик кәртәләр юҡ, улар минең кабинетыма туп-тура инә ала”, – тине Гайдук.

Төрлө хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашҡан йәштәр берҙәм проекттарға ҡушыла башлаған. Мәҫәлән, студент отрядтары Рәсәй йәштәр берлегенә берләшкән. Баш ҡала эксперттары ла “Йәшлек хаусты” үҙ иткән. Йәш блогерҙар Рәсәй төбәктәрендә резиденция­ларҙы үҫтереү буйынса грантты тормошҡа ашыра.

Шуны билдәләргә кәрәк, йортто йыһаз­ландырыу әле лә дауам итә, төрлө ҡора­малдар килтерелә. Тиҙҙән трансформер-өҫтәлдәр, йәштәр студияһына яҡтыртҡыс­тар, тауыш көсәйткестәр алынасаҡ.

Йортта йәштәрҙең һорауы буйынса “Йәш эшҡыуар” клубы ла ойошторолған. Эшҡыуар­лыҡҡа тотоноусыларға эшмәкәрлекте нисек башларға, нисек эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә өйрәтәсәктәр. Шәмбе бында эш башлаусылар остаздар, эксперттар менән осрашып, дәүләт ярҙамы, документтар тултырыу һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарҙы күтәрәсәк. Рәсәй йәштәр берлеге лә ошонда урын­лашҡан.

“Беҙҙең ойошма бай тарихҡа эйә, ул комсомолдың дауамы, Рәсәйҙең 83 субъектында эшмәкәр­лек итә. Иң танылған сараларыбыҙ – “Рәсәй студенттары яҙы” һәм “Йыл студенты”. Әле иғтибарҙы күберәк ауыл йәштәренә бүләбеҙ. Ошо маҡсатта бер нисә грант йүнәлттек. Бер ҡыйыҡ аҫтында эшләү бик уңайлы: офис  кәрәк-ярағы менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ, йыйылыштар, конференциялар уҙға­рырға уңайлы шарттар тыуҙы­рылған, етәкселек тә эргәлә”, – тип шатлығын уртаҡ­лашты Рәсәй йәштәр берлегенең Башҡортостан­дағы рәйесе Диана Вәлиева.

Бынан тыш, “Йәшлек хаус”та уҡыусылар ҙа шөғөлләнә. Улар өсөн “Аврора үҙәге” эшләй. Бында ҡытай, инглиз телдәрен өйрәнергә була, геометрия, финанс грамоталылығы һәм башҡа фәндәргә уҡыталар. Әйткәндәй, дәрестәрҙең байтаҡ өлөшө бушлай уҙғарыла.

 

Грант йөрәге

 

Бында шулай уҡ грант эше йөрәге йәштәр проект офисы эшләй.

“Йәштәр, төрлө идеялары менән килеп, тәжрибәле остаздар ярҙа­мында, проект эшләп, грантҡа ғариза бирә ала”, – ти Яна Гайдук.

Әлеге ваҡытта Рәсәй йәштәре­нең конкурсына документтар әҙерләнә. Проектты 25 февралгә тиклем әҙерләп тапшырырға кәрәк, унда 14 – 35 йәшлек һәр кемгә ҡатнашып, проектын тормошҡа ашырыу өсөн аҡса алыу мөмкин­леге бар. Гранттар буйынса отчет бирергә лә өйрәтәләр бында.

Ҡатмарлы эпидемиологик шарт­тарға ҡарамаҫтан, “Йәшлек хаус”, бөтә санитария талаптарын күҙәтеп, эшмәкәрлеген дауам итә.

“Аралашыу, мәсьәләләрҙе хәл итеү, идеялар менән уртаҡлашыу өсөн  шундай урындың булыуы мотлаҡ. Проекттың үҙенсәлеге шунда – бында бөтә нәмә лә бушлай тәҡдим ителә. Һәр ҡайҙа ла түләп күнеккән студенттар башта быға ышанып та етмәй ине. Был йорт һеҙҙең өсөн тәғәйенләнгән, менеджерҙар һәм техниктар командаһы һеҙҙең өсөн эшләй, тип яуап бирәбеҙ уларға”, – тине Яна Гайдук.

 

Розалия ВӘЛИЕВА.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас