Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2022, 08:22

Рух һүнмәһә, ил йәшәр

bashkizi.bashkortostan102.ru
Фото:bashkizi.bashkortostan102.ru

80 йәшем тулыу айҡанлы ҡотлаған, изге теләктә булған республикабыҙ етәксеһенән башлап мәктәп уҡыусыһына тиклем барсағыҙға ла иң ихлас, иң яҡты, иң йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Быға өҫтәп, атап әйткәндә, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, Яҙыусылар союзына, йәнтөйәгем Ейәнсураға – ундағы һәр китапханаға, һәр мәктәпкә һәм, әлбиттә, ҡәләмдәштәргә, дуҫтарға, туғандарға йөрәк түренән алып әйтәм: рухташлыҡ, берҙәмлек хистәрен һеҙ тағы ла көсәйттегеҙ. Рух һүнмәһә, ил йәшәр – шиғриәт тә бит шуға хеҙмәт итә.

Сикһеҙ рәхмәтем – 80 йәшемә арнап ихтирам-хөрмәт күрһәткән ”Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек” гәзиттәренә, “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарына, телевидениеға, радиоға.

Берҙәмлектә, бергәлектә беҙҙең көсөбөҙ. Шуны тағы бер иҫкә төшөрөүгә сәбәпселер ғүмер байрамы. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Хәсән НАЗАР.

Читайте нас: