Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2022, 12:54

Солтанбәктә солтан булып...

“Тарихыбыҙға ҡарап, алға атлайбыҙ”

...Башҡа ерҙәрҙән айырмалы, был ауылға яҡынлашҡан һайын эске көсөргәнеш арта. Уның яндырылғандан ҡалған яралары һаман һыҙлай, Сарыс йылғаһы һары һағыштан арына алмайҙыр һымаҡ. Тарихыбыҙҙағы үтә аяныслы фажиғәнең халҡыбыҙ күңелен мәңге тетрәндереп торасағын иҫкәртә был тойғо. Шулай ҙа ауылға инеп, уның аҡтамырҙай таралып киткән һынмаҫ рухлы халҡын күргәс, тәүге хис һоҡланыу менән алмашына.       

 

“Айыҡ ауыл” алда яңы офоҡтар асты”

 

Солтанбәк ауылы хакимиәте башлығы Фәнил Шәрәфетдиновтың иртәнге һепертмә бурандан һуң ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙы ойоштороу мәшәҡәттәре менән йөрөгән сағы. Был эшкә ике “Беларусь” тракторында тотонғандар. 

– Уларҙың береһен “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, 2018 йылда алғайныҡ. Быйылғы ҡарлы ҡышта кәрәклегенә айырыуса ныҡ инандыҡ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡ­лашып һүҙ башланы Фәнил Фәнғәт улы. – Белеүегеҙсә, был про­граммала ҡатнашҡанда сумма­ның бер өлөшөн халыҡ үҙе йыя – беҙ ҙә тейешлене тупланыҡ. Ҡайһы бер ауылдарҙа ошо йәһәттән ауыр тигәнде ишеткәнем бар – кешеләр аҡса бирә һалмай. Беҙҙең Солтанбәктә иһә бер ҡасан да ундай проблема булғаны юҡ. Аҡса дөйөм эшкә, ауыл мәнфәғәте өсөн кәрәк бит – бындай осраҡта артыҡ һүҙ һөйләп тормай беҙҙекеләр.

Ә икенсе тракторҙа – элекке фермер, хәҙер үҙмәшғүллеккә күскән Рим Хикмәтов. Әйткәнде лә көтөп тормай, гел шулай үҙ теләге менән ярҙамға килеп етә ул. Ошолай аңлашып, бергәләп эшләгәс, Асҡындың иң төпкөлөндә, урман эсендә ятһаҡ та, ҡарлы ҡышты бигүк ауырлыҡ күрмәй сығып барабыҙ.

Бына ҡаршыбыҙҙа – ауыл хакимиәтен, урта дөйөм белем биреү мәктәбен, балалар баҡсаһын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, музейҙы үҙ эсенә һыйҙырған ике ҡатлы заманса бина. Фәнил Фәнғәт улы әйтеүенсә, уны төҙөүҙең тарихы шулай була: 2002 йылда Солтанбәктә Һөйәнтүҙ фажиғәһе ҡорбандары иҫтәлегенә стела асырға килгән ваҡытта ул саҡтағы республика етәксеһе Мортаза Рәхимов ауылдың хәле, тормош шарттары менән танышып, мохтажлыҡтарҙы күреп, тиҙ арала дәүләт ярҙамы күрһәтергә вәғәҙә бирә, һөҙөмтәлә бер нисә йылдан ошо бина ҡалҡып сығып, урында йәшәгәндәр күңеленә ышаныс, дәрт-дарман, көс өҫтәй.

– Был йортто мин Солтанбәктең йөрәге һымаҡ күрәм, – ти ауыл ха­ки­миәте башлығы. – Иң һөйөндөр­гәне – балаларыбыҙ йылы, яҡты кластарҙа белем ала, тәрбиәләнә. Яҡшы шарттарҙың әһәмиәте һәр яҡлап та ҙур бит: белем сифаты һәйбәт беҙҙә, уҡыусыларыбыҙ бөтөн йәһәттән әүҙем. Ата-әсәләр ҙә ошо мәғариф учреждениеларын һаҡлау, кимәлен төшөрмәү өсөн бар яҡлап тырыша. Быға миҫал итеп шуны әйтеү ҙә етәлер: ауылыбыҙҙа күп ғаиләләр тәрбиәгә балалар алып, уларҙы үҙҙәренеке менән бергә бик яҡшы ҡарайҙар. Уҡытыуға, һәләттәрен үҫтереүгә ысынлап ҙур иғтибар бирәләр. Беҙҙә тәрбиәгә алынған балалар һаны – 28. “Төпкөлдә ятҡан бәләкәй ауылда нисек 11 йыллыҡ мәктәп тотолоп килә һуң ул?” – тип хайран ҡалғандар бар. Иң беренсе Сол­танбәк ата-әсәләренең ихтыяр көсө, төйәге яҙмышы өсөн берҙәм көс менән көрәшеүе һөҙөмтәһе был.

Фәнил Фәнғәт улы фельдшер-акушерлыҡ пунктының (ауыл халҡының һаулығы һағында тәжрибәле белгес, 37 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә Резеда Суфиянова тора), клубтың, китап­хананың, почта бүлексәһенең, шулай уҡ мәсеттең үҙенә тәғәйен бурыстарҙы теүәл үтәп, ауыл халҡының тән һәм йән сәләмәт­леген бөтөн яҡлап хәстәрләп тороуын  оло ҡәнәғәтлек менән билдәләне. Был һүҙҙәрҙе эргәлә ятҡан биләмәләге “Айыҡлыҡ аллеяһы” ла әллә ҡайҙан күренеп, иҫбатлап тора. Билдәле булыуынса, уны күптән түгел “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡанда асҡайнылар. Ғөмүмән, ошо мөһим сара солтанбәктәрҙең асылына, күңел ынтылышына, тормош ҡанундарына шул ҡәҙәр яҡын. 

– “Айыҡ ауыл”дың район этабында инде өсөнсө йыл ҡат­наштыҡ. 2019 йылда – икенсе, 2020 йылда өсөнсө урынға лайыҡ булғайныҡ, әле иһә Гран-при алыу бәхетенә өлгәштек!  Айыҡлыҡҡа, асылыбыҙға ҡайтыуға күңел тартыуылыр инде был: тотош ауыл халҡы – бәләкәй балаларҙан алып иң ололарға тиклем һәммәһе лә – конкурс сараларында шул ҡәҙәр теләп, ихлас ҡатнаша. Һуңғы айҙарҙа булған ваҡиғаларҙы ғына телгә алғанда ла, тыуған яҡты өйрәнгән арҙаҡлы ырыуҙашыбыҙ Шаһийән Миңлеғәлиев иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙан, “Тыуғанай FEST” тип аталған ҡышҡы фес­тивалдән солтанбәктәрҙең береһе лә ситтә ҡалманы. Ҡунаҡтар ҙа күп килде, ҡырҙа ғүмер иткән ауылдаштарыбыҙ ҙа ҡайтты. Ошо ҡышҡы фестивалде йыл да уҙғарырға кәрәк, тип ҡуйҙыҡ. Алла бирһә, үткәрербеҙ ҙә: солтанбәктәр ниәтләгәнен бер һүҙһеҙ үтәй, туҡталып ҡалмай ул. Тыуғанай тауы итәгендә әлегеләй гөрләп уҙып торор, үҙ йолабыҙға әүерелер ул фестиваль тигән ышаныстамын. Эйе, “Айыҡ ауыл” конкурсы бына шундай көскә эйә: өмөт-хыялдарыбыҙ сикһеҙ!

 

“Умырзая”ның моңо тынмаҫ

 

Хакимиәт башлығы артабан беҙҙе, ауылыбыҙҙың аҫыл ҡыҙҙары менән таныштырам тип, “Умырзая” фольклор төркөмө репетицияһы барған клуб бүлмәһенә алып килде. Ағинәйҙәр ҡороноң береһенән-береһе ҡупшыраҡ, сағыуыраҡ һылыуҙары шөғөлләнә икән был коллективта. Репетицияға йыйылалар. Бер бөгөн генә түгел уларҙың иртәнсәк клубҡа ашығыуы – көн дә тиерлек йөрөйҙәр: Солтанбәктә, районда йыш уҙғарылған мәҙәни сараларҙың, йәй һабантуйҙарҙың уртаһында ҡайнап йәшәгәс, ижад ялҡынын, дәртте һүндермәү өсөн ошолай өҙлөкһөҙ осрашып торабыҙ, тиҙәр. 

– Бына өр-яңы милли кейем дә алдыҡ, – тип һөйөнөстәре менән бүлешергә ашыҡты төркөмдөң етәксеһе, клубта 1985 йылдан алып уңышлы эшләгән Зөлфинә Сәйфуллина. – “Айыҡ ауыл”дың бүләге ул. Конкурста 2020 йылда ҡатнашып, район этабында өсөнсө урынға сыҡҡайныҡ, шул еңеү аҡсаһына яңы күлдәк-бишмәт, яулыҡтар алдыҡ. Үҙебеҙ барыбыҙ ҙа тиерлек – Солтанбәк ҡыҙҙары. Дилбәр килен генә – Мишкәнән. Ауыл китапханаһында шул ҡәҙәр киң эш алып бара ул: һәр быуын вәкилдәрен әүҙем йәлеп итеп, аҙна һайын ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәрә, китапҡа, матбуғат баҫмаларына һөйөүҙе арттыра – ҡыҫҡаһы, уңдыҡ килендән!    

Зөлфинә Мәсәллим ҡыҙынан ауылдағы Ағинәйҙәр ҡоро хаҡында ла белдек. Унда 15 ҡатын-ҡыҙ ағза булып тора икән (алтауһы – “Умырзая” төркөмө һылыуҙары). Ҡорҙо бик әүҙем, тырыш ауылдаштары – алты бала әсәһе, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Суфиянова ойошторған. Ағинәйҙәр бер ҡасан да тик ултырмай, гел генә ниндәйҙер файҙалы шөғөл менән булып, өлкәндәргә лә, балаларға ла аҡыл, һабаҡ өләшеп йәшәйҙәр. Мәҫәлән, шифалы үләндәрҙән сәй, төнәтмәләр әҙерләү серҙәре менән бүлешәләр; йөн тетеү, иләү, бәйләм бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәләр; күмәкләп төрлө аш-һыу, шул иҫәптән боронғоларын да, бешерергә өйрәнәләр һ.б. – араларында һәр саҡ уҡыусы ҡыҙҙар булып, үҙҙәренә киләсәктә кәрәкле һөнәр ала. Йәштәребеҙ йолаларҙы онотмаһын, тыуған төйәгебеҙҙең ни ҡәҙәр бай икәнен белеп, уны ҡәҙерләп үҫһен тип тырышабыҙ, ти Зөлфинә Мәсәллим ҡыҙы.

Ул арала мәҙәниәт йорто методисы (директор вазифаһы бөтө­рөлгәс, эше шулай атала) Рәлиф Муллайәнов килеп етеп, “Умырзая” ҡыҙҙарын сәхнәгә теҙҙе. Ошо ауыл егете ул. 1997 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт техникумын тамамлағандан алып клубта эшләй. Бәләкәйҙән ҡулынан гармуны төшмәгән, ойоштороу эштәренә һәләк оҫта Рәлифте солтанбәктәр маҡтап ҡына тора, ҡырға китеп кенә бармаһын тип ҡурҡып та ала. Етәкселек тә егеттең хеҙмәтен күрә, баһалай – бихисап рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар быға дәлил. Яңыраҡ иһә Рәлиф Хәниб улы үткән йылғы уңышлы эшмәкәр­леге өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының грантына лайыҡ булған. “Ауылымдан бер ҡайҙа ла сығып китергә йыйынмайым, – тип тынысландырҙы тынғыһыҙ хеҙмәте аша хөрмәт күргән моң эйәһе. – Үҙ еремдә яратҡан эшемдән кинәнес алып йәшәйем. Бына бит, хатта грант та бирҙеләр. Клубта тағы халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле бар, биш түңәрәк эшләй. Хәҙер инде “Айыҡ ауыл”да ла еңгәс, кәйеф айырыуса шәп, алда әллә күпме эш – өлгөр генә! 

“Йәшел туғайлы төбәк –

Беҙҙең ауыл Солтанбәк...”

– Рәлиф Хәниб улы гармунын һуҙып ебәреүгә, дәртле ҡыҙҙар йыр ҙа башланы. Балыҡсы ырыуы вариҫтары хаҡындағы был ижад емешен “Айыҡ ауыл” өсөн махсус яҙҙырғандар, һүҙҙәре – Зөлфинә Мәсәллим ҡыҙыныҡы. Һарынан кейенеп, һоҡландырып балҡып торған “Умырзая”ларҙың моңо һис ҡасан тынмаһын, илаһи ерҙе аһәңгә күмеп ағылһын да ағылһын!  

Бында бала ҡәҙерен беләләр

 

– Их, Атайҙар ҡоро ла ойоштороп алғанда!.. – тип хыялын әйтеп ҡуйҙы ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Фәнғәт улы. – Ир-егеттәр шәп беҙҙең. Аҡһаҡалдарыбыҙ Нурулла Хәсәнов, Әмирйән Вәлиев, Вәлинур Суфиянов барыһына ла күркәм өлгө күрһәтеп, кәңәштәр биреп ғүмер итә. Йәш булһа ла, һоҡ­ландырып донъя көткән, алты бала үҫтергән, милли спорт төр­ҙәрен тергеҙеү буйынса эш баш­лаған, ярыштарға әҙерләү өсөн башҡорт тоҡомло аттар алған, үҙе дин тотҡан, имам-мөхтәсибтең ярҙамсыһы булған ғорурлығыбыҙ – Данис Суфиянов бар.    Шәп гармунсы, ҡурайсы, бейеүсе, балта оҫта­һы Илгиз Суфиянов үҙе ни тора! Ир-егеттәребеҙ урман кәсебе менән була, мал, умарта тота, таҡ­та ярыу цехтары ла бар. Йәштәрҙең ҡайтып төпләнеүенә, матур-матур йорттар төҙөп, ауылды киңәйтә барыуына шул ҡәҙәр һөйөнәбеҙ. Эскенән ары тороуҙары бигерәк тә ҡыуандыра. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир-егеттәребеҙҙең күбеһе ҡырҙа шул – вахта ысулы менән эшләйҙәр. Аҡса туплап алып, үҙебеҙгә бөтөнләй ҡайтырҙар, кәсептәрен асып ебәреп, ауылыбыҙ тормошон тағы ла йәнләндереп ебәрерҙәр тигән ышаныстабыҙ. Һәр ерҙә ир ҡулы кәрәк – төпкөлдәрҙә бигерәк тә.

Хакимиәт башлығы ауылда депутат, староста булыуы айырыуса мөһим тип билдәләй. Солтанбәктә лә, эргәләге Сурашта ла был йәһәттән эш яҡшы ойошторолған. Юлдарҙы, күперҙәрҙе рәтләү, зыяраттарҙы кәртәләү һәм башҡа эске бурыстар менән тап старос­талар, ауыл депутаттары шөғөл­ләнә, улар хакимиәттең уң ҡанаты булып тора. Йыл да ағас ултыртыу, йылға буйҙарын сүп-сар­ҙан таҙартыу эштәрен ойош­тороуҙа ла башлап йөрөйҙәр. “Әйт­кәндәй, ауыл хакимиәте биләмә­һендә алты зыярат бар, уларҙың барыһын да матурлап кәртәләп алдыҡ, – ти Фәнил Фәнғәт улы. – Фажиғәле йылда яндырылған ауылдаш­тарыбыҙ ерләнгән зыяратҡа быйыл таҡтаташ ҡуйырбыҙ тибеҙ”.

Эйе, “Бер аҙым алға баҫам да әйләнәм мин артыма...” тигән шиғыр юлдарындағыса, бар тырышлығын һалып алға ынтылған солтанбәктәр аяныслы үткәнен бер ҡасан да онотмай. Онотмай ғына түгел, был фажиғә һалған тәрән яра, тетрәнеү мәңгелек һабаҡ булып уларҙың күңеленә, тормошона үтеп ингән. Шуға ла солтанбәктәр башҡа яҡтарҙағы ҡайһы бер милләттәштәребеҙ кеүек баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған ярһыу түгел. Улар һәр нәмәне тәрән уйлап хәл итә, йөрәгенән үткәрә, юҡҡа сәбәләнмәй, күп һөйләмәй, зарланмай. Һындырып булмаҫлыҡ ихтыяр көстәре тирә-яҡтан ҡалҡан кеүек уратҡан ҡара урмандарында, тау­ҙарында ла сағылыш тапҡандай. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, ныҡлы тамыр ҡалдырыу, изгелек сәсеү төп йәшәү маҡсаттарына әйләнгән. Алдан әйтелгәнсә, быға миҫалдарҙың береһе – Солтан­бәктә күптәр тәрбиәгә бала алып, үҙҙәренеке менән бергә матур итеп ҡарай. Наилә һәм Илүс Ильясовтар – тап шундайҙарҙан.

Наилә Ибәтулла ҡыҙы урындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында Ләйсән Суфиянова менән бергә тәрбиәсе булып эшләй. Икеһе лә дин юлында. Әйтеүҙәренсә, мәктәпкәсә белем учреждениеһына әле 32 сабый йөрөй, быйыл туғыҙы 1-се класҡа барасаҡ. Илле йәшен тултырып килгән тәрбиәсе яҙмышындағы һигеҙ йыл элекке ваҡиғаны тулҡынланып бәйән итте.

– Үҙебеҙҙең ике улыбыҙ үҫеп еткән ине ул ваҡытта. Ә минең ҡыҙ һөйгөм килә, – тип ул мәлдәрҙе иҫкә алды Наилә Ибәтулла ҡыҙы. – Райондағы опека бүлегенә инәм дә: “Миңә ҡыҙ табып бирегеҙ әле”, – тип шаяртыу ҡатыш әйтәм. Ошондай һөйләшеүҙәрҙең береһенән һуң ғәжәп төш күрҙем: мәсеткә күмәкләп йыйылғанбыҙ икән, тим, намаҙ уҡыйбыҙ. Шул саҡ бер бәләкәй генә, ҡараҡай ғына ҡыҙсыҡ йүгереп килеп алдыма ултырҙы. “Кем балаһы һуң һин?” – тим. “Һинеке”, – ти. “Ә исемең кем?” “Милана...” Бына ошо төшөмдән һуң ярты йыл тирәһе ваҡыт үткәс, опекалағы апайҙар миңә ҡыҙ эҙләп табыуҙары хаҡында әйтте. Ҡапыл ныҡ тулҡынланыуҙан хатта тән температурам күтәрелде. Ҡыҙ алыу теләгем тураһында иремә әйтмәгәйнем дә бит... Ҡайттым да, нисек бар шулай еткерҙем. “Миңә ниндәй талап ҡуйһаң да ризамын, тик шул ҡыҙсыҡты ғына алайыҡ инде...” – тип тамамланым һүҙемде. Кисерештәремде аңлаған ирем бер ни ҙә өндәшмәй юлға сыҡты. Милана исемле булып сыҡты ул ҡараҡай ҡыҙсыҡ... Баҡһаң, үҙе генә түгел, бер туған ағаһы ла бар икән. Икеһен дә алып юлға сыҡтыҡ. Ҡайтып барғанда машинабыҙ менән “КамАЗ”-ға бәрелеп аварияға осрағанда (артта ултырған балаларға бер ни ҙә булманы, шөкөр) “ошо бәләкәстәр хаҡына һаҡлаһаңсы беҙҙе, Аллаһ Тәғә­ләм...” тип ялбарыуымды Раббым ишеткәндер – имен ҡалдыҡ.  

Хәҙер инде 17 йәшлек улыбыҙ Ағиҙел ҡалаһында уҡып йөрөй. Миланаға тиҙҙән 13 тула, үҙебеҙҙә, Солтанбәк мәктәбендә белем ала. Беҙҙең телде бөтөнләй белмәй инеләр, хәҙер тап-таҙа башҡортса һөйләшәләр. Ирем менән икебеҙ инде өсөнсө ейәнгә олатай-өләсәй булырға әҙерләнһәк тә, ошо тәр­биәгә алған улыбыҙ һәм ҡыҙы­быҙҙы һаман бәләкәй кеүек күреп, һөйөп туя алмайбыҙ!

Бына ошондай һоҡланғыс ғаи­ләләр ҡеүәт өҫтәй бөгөн Сол­танбәккә.

 

Көсөбөҙ – иманда

 

Төшкө намаҙ ваҡытын белдереп, тотош ауылға аҙан яңғыраны. Фәнил Фәнғәт улы әйтеүенсә, был ғәмәл электән индерелгән: бар халыҡ көнөнә биш тапҡыр динебеҙ саҡырыуын ишетеп тора. Өлкәндәр генә түгел, балалар араһында ла Ислам юлындағылар күп икәненә шаһит булдыҡ – бында мәсет эшмәкәрлегенең өлөшө ҙурҙыр.

Заманында иман йортон һа­лыуҙы хөрмәтле аҡһаҡал, 11 бала атаһы Мәғсәт Шәрәфетдинов башлаған. Изге эште тотош ауыл халҡы дәррәү күтәреп алып, 2004 йылда тамамлап та ҡуйған. Бында Фәнил Фәнғәт улының өлөшө лә тос, ул осорҙа фермерлыҡ менән шөғөлләнгән булған.   

– Мәғсәт бабай мәрхүмдең изгелеген дауам итеп, әле 11 балаһы ла ауыл үҫешенә ныҡ ярҙам итә. Аталарының аманаты булып ҡалған мәсетебеҙ ғибәҙәт ҡылыу, ғәйеттәр үткәреү урыны ғына түгел хәҙер унда дәрестәр ҙә алып барыла: махсус белемле Рәфизә апай балаларға ла, өлкәндәргә лә ғәрәп хәрефтәрен, динебеҙ ни­геҙҙәрен өйрәтә. Ә төҙөлөш һаман да дауам итә, әле төкәтмә һалына – бергәләп эшләйбеҙ, – ти хакимиәт башлығы.

Эйе, һәр ғәмәлде шулай күмәк­ләп башҡара солтанбәктәр. Әлбит­тә, күренеп тора, бер нәмә лә еңел бирелмәй уларға, әммә ҡандарына һалынған ихтыяр көсө, ҡаялай ныҡлыҡ, һынмаҫ рух үҙ ерендә сол­тан итеп йәшәтә милләт­тәш­тә­ребеҙҙе. Ошонда күмәк балалы ғаиләлә тыуып, ғүмерлеккә ереккән хакимиәт башлығы Фәнил Фәнғәт улы әйтеүенсә, тарихына ҡарап алға бара улар: “Хәл итә алмаҫлыҡ кеүек ауыр мәсьәләләр килеп тыу­һа, үҙем дә һиҙмәҫтән, мәсетебеҙ манараһына, Һөйәнтүҙ фажиғәһе ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға ҡарап алам да алға йүнәләм: ҡаныбыҙға һалынған көс, милли асыл, иман алға атлата беҙҙе”.

 

Дилбәр ИШМОРАТОВА.

 

Асҡын районы.

Читайте нас: