Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2022, 13:08

Халҡыбыҙҙың даны булып йәшәй

Муса Гәрәев башҡорт халҡының барлыҡ күркәм һыҙаттарын үҙендә туплаған.

utv.ru
Фото:utv.ru

Башҡорт халҡының данлы улы, легендар лётчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең исеме Бөйөк Ватан һуғышы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Яу йылдарында ул, туған халҡының яугирлек традицияларына тоғролоҡ күрһәтеп, совет хәрби авиацияһы тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Уның һоҡланғыс тормош юлы, илебеҙ азатлығы өсөн көрәштә күрһәткән батырлығы яңынан-яңы быуындар өсөн өлгө булып тора. 1940 йылда Совет Армияһына алынып, сирек быуат хеҙмәт итеү осоронда ул хәрби мәктәп курсантынан авиадивизия командиры урынбаҫарына тиклем данлы юл үтә. Полковник званиеһында демобилизациялана.

 

“Ул бит сталинградсы!”

 

Муса Ғайса улы Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Саҡмағош улысы (хәҙерге Илеш районы) Иләкшиҙе ауылында тыуған. Мусаға ете йәш тулғанда Гәрәевтәр ғаиләһе яңы нигеҙ һалынған Ташшишмә ауылына күсә. 1937 йылда күршеләге Бишҡурай ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп, тимер юл техникумына уҡырға урынлаша. 1939–1940 йылдарҙа, техникумда уҡыу менән бергә, Өфө аэроклубында шөғөлләнә. 1940 йылдың йәйендә тәүге осоштар яһай. Данлыҡлы башҡорт лётчигы Ғәли Ишмырҙин етәкселек иткән Өфө аэроклубы ул йылдарҙа осоусы булыу тураһында хыялланған бик күп һәләтле йәштәргә ысын мәғәнәһендә ҡанат ҡуя, артабан төплө әҙерлек үтер өсөн йүнәлеш бирә.

1940 йылдың 15 декабренән 1942 йылдың сентябренә тиклем Муса Гәрәев Энгельс ҡалаһындағы Хәрби-авиация пилоттар мәктәбе курсанты була. Тәүге хәрби һынауҙы һәм сынығыуҙы ул Сталинград фронтында үтә. Бында 1942 йылдың 11 декабрендә дошмандың алғы һыҙығын штурмға тотоу өсөн “Ил-2” самолетында беренсе хәрби осош яһай. Ошо ваҡыттан башлап 1943 йылдың февраленә тиклем 11 хәрби осош яһап, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Ошо уҡ осорҙа ул хеҙмәт иткән 26-сы штурмлау авиадивизияһына Сталинград дивизияһы тигән исем бирелә һәм М.Ғ. Гәрәевте 76-сы гвардия авиаполкына күсерәләр. Шунда ул гвардиясы антын бирә һәм Еңеү көнөнә тиклем үҙенең полкташтары менән бергә була.

Сталинград янындағы һуғыштарҙан һуң Донбасс, Ҡырым, Белоруссия ерҙәрен азат итеүҙә, Польша, Германия биләмәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыш йылдарында штурмлаусы авиация полкының летчик-штурмовигы, звено командиры, эскадрилья командиры була. 1945 йылдың ғинуарында авиаполктың штурманы итеп тәғәйенләнә. Һауа һуғыштарында оҫталыҡ һәм ҡыйыулыҡ менән дан ҡаҙана. Оло яу йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1945), өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944, 1944), ике беренсе дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1945), Александр Невский (1944), өсөнсө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), ике Ленин ордены (икеһе лә 1945 йылда) менән бүләкләнә (һуғыштан һуң, 1973 йылда, хәрби наградалары янына Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены өҫтәлә.) 1945 йылдың 23 февралендә һәм икенсе тапҡыр шул уҡ йылдың 19 апрелендә уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыш ваҡытында Муса Гәрәев 250 хәрби осош яһай. Сержант званиеһында яуға ингән егет Еңеү көнөн майор булып ҡаршы ала. 1945 йылдың 24 июнендә уға Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыу насип була. Һуғыштан һуң легендар летчик 24 йыл буйы хәрби хеҙмәттә була. Хәрби-транспорт авиация берләш­мәһенең эскадрилья командиры урынбаҫары (1946 – 1948), 4-се махсус тәғәйенләнештәге авиацияның полк командиры урынбаҫары, полк командиры (1951–1957), 2-се махсус тәғәйенләнештәге авиадивизия командиры урынбаҫары (1959–1964) вазифаларын башҡара. Ул белемен арттырыу өҫтөндә даими эшләй, ике академия тамамлай: 1948–1951 йылдарҙа – Фрунзе исемендәге Хәрби академияла, 1957–1959 йылдарҙа СССР Хәрби Көстәренең Генераль штабы академияһында уҡый. 1946, 1950, 1954 йылдарҙа Муса Гәрәев СССР Юғары Советының II, III һәм IV саҡырылыш депутаты итеп һайланды. 1951 йылдың 17 июнендә тыуған төйәге – Илеш районының Иләкшиҙе ауылында уға бронзанан ҡойолған бюст асыу тантанаһы булды. 1967 йылда был бюст Өфөгә күсерелде. Муса Гәрәевтең скульптура портретының варианты илебеҙҙең Третьяков галереяһында һаҡлана (уның авторы – СССР-ҙың халыҡ художнигы Н.В. Томский).

1964 йылда М. Гәрәев, һаулығы насарайыу сәбәпле, отставкаға сыға. Шул уҡ йылдың октябренән 1977 йылдың ғинуарына тиклем ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе булып эшләй. 1967, 1971, 1975 йылдарҙа БАССР Юғары Советының VII, VIII, IX саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

1987 йылдың 17 сентябре – Муса Гәрәевтең фани донъянан баҡый­лыҡҡа күскән көнө. Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың легендар геройы Өфөнөң Еңеү паркында ерләнде.

Муса Гәрәев ҡорос ихтыярлы, әммә нескә, саф һәм тоғро күңелле кеше, бөйөк Тыуған илебеҙҙең һәм үҙ милләтенең оло патриоты булды. Уның бай һәм күркәм рухи донъяһын яҡшыраҡ аңлар өсөн иң элек 1997 йылда (үкенескә ҡаршы, үҙе үлгәндән һуң) Башҡортостан “Китап” нәш­риәтендә баҫылып сыҡҡан “Йәшәйем һәм хәтерләйем” (“Живу и помню”) исемле мемуар әҫәрен уҡырға кәрәк. Бында ул үҙенең сағыу тормош юлы, шулай уҡ айырыуса иҫендә ҡалған, дөрөҫөрәге, үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашып, еңеп сығырға насип булған хәрби осоштары тураһында бәйән итә.

Китаптың һәр бер битендә ул һуғыш юлдарын бергә үткән яуҙаштары тураһында оло хөрмәт тойғоһо менән яҙа. Тәүге хәрби осошон 1942 йылдың 11 декабрендә Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа яһай. “Сталинград өсөн алыш, ваҡыт күрһәтеүенсә, унда ҡатнашыу­сыларҙың барыһының да характерында һәм яҙмышында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы”, – тип хәтерләй автор. Ғәҙәттә, “Сталинградта иҫән ҡалған – тимәк, оҙаҡ йәшәйәсәк” йәки ҙур ышаныс күрһәтергә булһа: “Ул бит сталинградсы!” тип әйтер булғандар. Был тиңһеҙ алыштарҙа ҡатнашыу­сыларҙың армияла абруйы ғәжәйеп ҙур була. Шуның өсөн дә 226-сы штурмлау авиадивизияһына айырыу­са ауыр һәм яуаплы заданиеларҙы йөкмәтер булалар.

 

250 хәрби осош яһай!

 

Дивизия, ысынлап та, армия ко­мандованиеһының ышанысын тулы­һынса аҡлай. Уның байрағын­дағы биш орден һәм дивизияла 77 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе (уларҙың етеһенә – икешәр тапҡыр) шуны дәлилләп тора, ти Муса Гәрәев. Күренеүенсә, беҙҙең яҡташыбыҙ үҙе лә, ул хеҙмәт иткән авиадивизия ла (тимәк, уның яуҙаш дуҫтары ла) Совет Армияһында һирәк осрай торған күренештәр рәтендә тора. Һәр хәлдә, беҙ шул тиклем Советтар Союзы Геройҙарын биргән тағы бер генә дивизияны беләбеҙ: ул беҙҙең данлы Башҡорт кавалерия дивизияһы.

Муса Гәрәев һуғыштың кеше өсөн һәм, әлбиттә, ил өсөн ниндәй ауыр фажиғә булыуы тураһында йән әрнеүе менән бәйән ҡыла. Бына – Сталинград фронты. “Һәр ваҡыт, һуғыш мәхшәре эсенә ингән һайын, бейектән Волга өҫтөн тотош ут ҡаплап алғанлығын күреп, тетрәнә тор­ғайным. Йәйрәп ятҡан ҡеүәтле йылғаның буйынан-буйына йөҙҙәрсә урындан туҡтауһыҙ төтөн күтәрелә, нимәлер яна, нимәлер шартлай. Ҡаланы иһә ут-ялҡын ялмап алған, унда бер ниндәй ҙә тере йән юҡтыр, бер кем һәм бер нәмә тын ала алмайҙыр һымаҡ.

Волга ла, уның уң яҡ яры буйлап һуҙылған ҡала ла гигант ут эсендә ҡайнай ине. Мин зенит снарядтары ярылып торған Сталинград өҫтөнән маневрҙар яһап осоп үттем. Осҡан саҡта, барлыҡ летчиктар һымаҡ уҡ, тулыһынса хәрби задание үтәү уйы биләп алған ине. Әммә, ергә төшкәс, был тамуҡ эсендә һәр йорт, һәр ҡат, ерҙең һәр аҙымы өсөн һуғышыусы совет яугирҙәренең ниндәй түҙемлек һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүҙәре тураһында уйламайынса булдыра алмай инем”.

Илебеҙ халҡы фашист Германияһына ҡаршы көрәштә бик күп ҡорбан бирҙе, бик күп юғалтыуҙар кисерҙе. Күпме аҫыл ир-егеттәребеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яу ҡырында ятып ҡалды. Хәрби һауа көстәрендә лә юғалтыуҙар күп булған икән шул. “76-сы штурмлау авиаполкында мин хеҙмәт иткән осорҙа, летчиктар сос­тавы кәм тигәндә өс тапҡыр яңырҙы”, – тип яҙа Муса Гәрәев.

Бәхеткә, уның үҙенә һәм ул етәкселек иткән төркөмдәргә барлыҡ осоштарҙы ла аҙ юғалтыуҙар менән үткәрергә насип була. Ә бит фронтта үткән мең көнгә яҡын ваҡыт эсендә 250 хәрби осош тура килә уға. Штурмлау авиацияһы өсөн был үтә күп тип ҡабул ителә. Хәрби осоштар мәсьә­ләһендә ошондай бер үҙенсәлекте лә билдәләп үтә автор. Баҡһаң, был иҫәпкә бары тик уңышлы үткән хәрби осоштар ғына инә икән дәбаһа! Задание үтәлергә, хәрби запас тулы­һынса ҡулланылырға тейеш – бына шундай талап. Шул айҡанлы автор ошондай ваҡиғаны иҫенә төшөрә: “1943 йылдың 8 ноябрендә, мин туй үткәргән көндөң иртәгәһенә, коман­дирыбыҙ майор Семенов етәксе­легендә тотош полк хәрби задание үтәү өсөн осошҡа юлланды, әммә, ҡуйы томан арҡаһында, Днепр аръяғында бомбаға тоторға тейешле урынды таба алманы. Был осош хәрби осоу иҫәбенә индерел­мәне”. Шулай уҡ самолеттарҙы авиазавод­тарҙан, ремонт оҫтахана­ларынан осороп алып килеү, бер аэродромдан икенсеһенә күсенеү, йәш летчиктарҙы осорға әҙерләүҙә ҡатнашыу, ағым­дағы ремонттан һуң самолеттарға һынау үткәреү – быларҙың барыһы ла хәрби осоу иҫәбенән төшөп ҡала. Шунан уйлап ҡарағыҙ инде: ниндәйерәк көсөргәнешле эш ул – һуғышта булған меңгә яҡын көн эсендә, бихисап бүтән төрлө хеҙмәт вазифаларын үтәү менән бергә, 250 хәрби осош яһау!

Муса Гәрәев фронтта илебеҙ летчиктарының үҙ-ара дуҫлығын, хәүефле шарттарҙа бер-береһен ҡотҡарырға әҙер тороуын күрһәткән фәһемле хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алып үтә. “1939 йылдың йәйендә үк әле япон самурайҙары менән һуғышта совет летчигы С.И. Грицевец командирының самолеты дошман территорияһына ултырырға мәжбүр булыуын күреп ҡала һәм, уның янына төшөп, үҙенең бер урынлы самолетына ултыртып, ҡамап алырға тип йүгерешкән япон һалдаттарының күҙ алдында, танау төбөндә тиерлек күккә күтәрелеп китә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы С.И. Грицевецтың батырлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өлгөгә әйләнде. Бары тик беҙҙең 76-сы штурмлау авиаполкында был батырлыҡ өс тапҡыр ҡабатланды, ә бер тапҡыр баштан аҙағына тиклем минең күҙ алдында эшләнде”, – ти Муса Гәрәев.

Муса үҙенең хәрби оҫталығы, таһыллығы, дуҫтарына яҡшы мөнәсәбәте, намыҫлы булыуы менән яуҙаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙана. Уны юғары командование ла ихтирам итә, яҡын күрә. Бына һауа һуғышы барғанда булып үткән бер хәл. Һауала һуғыштың ҡыҙыу бер мәлендә ул шлемофонының наушнигында эфирҙағы шатырлау тауыштары аша:

– Муса! Тыңла мине, Муса, мин – Тимофей Тимофеевич, – тигән һүҙҙәрҙе  ишетә. Был уға һауа армияһы командующийы Т.Т. Хрюкин шулай исеме менән өндәшә.

– Беҙ уны яратыу ғына түгел, фәрештә урынына күрә инек, уның приказын үтәүҙе мин бәхет итеп һанай инем, – тип хәтерләй Муса Ғайса улы. – Уның тауышы миңә өр-яңы көс биргәндәй булды, әйтерһең, атайым эргәмдә һымаҡ тойҙом. Тимофей Тимофеевичтың исемемде белеүе, минең ошо мәлдә һауала булыуымды күреп-күҙәтеп тороуы һәм минең, ул нимә әйтһә, барыһын да мотлаҡ эшләйәсәгемә ышаныуы был үҙе үк оло хуплау, ауыр фронт тормошона йәм биреүсе бер байрам ине.

Был юлдарҙы уҡығанда күңелдә яҡты хистәр тыуа, ғорурлыҡ менән: “Булған бит аҫыл ил ағалары, булған бит илдә батырҙар!” – тип уйлайһың.

 

“Беҙ – Илеш башҡорттары!”

 

1943 йылда Муса Гәрәев тағы бер осоусы-ас, буласаҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Әмәтхан Солтан менән таныша. Атаһы яғынан – дағстан, әсәһе яғынан – Ҡырым татары Әмәтхан һәм Муса оҙаҡ ваҡыт күрше полктарҙа хәрәкәт итә, бер үк аэродромдан осалар, йыш ҡына бер үк алыштарҙа ҡатнашалар һәм эфирҙағы тауыштар араһында бер-береһен бик тиҙ танып ала торған булалар. Уларҙың дуҫлығы ғүмерлеккә әйләнә. Һуғыштан һуң да улар күрешеп, аралашып тора. Ғөмүмән, Муса Гәрәев үҙенең хәрби дуҫтарын онотмай, китабында уларҙың бик күптәре тураһында йылы тойғолар менән иҫкә ала, иҫән ҡалғандарының хат аша ғына булһа ла хәлдәрен белешеп тора. Был, әлбиттә, уның оло кешелек сифаттары тураһында һөйләй. Полктағы дуҫтары, командирҙар Мусаның үҙенә лә хөрмәт менән ҡарай. Ә инде бер көндә ике награда – “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исем бирелеүҙе раҫлаған “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән Ленин ордены тапшырылғас, уның ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн, хәрби осоштарға ебәрмәү сараһын күрә башлайҙар. Был наградаларҙы уға 1945 йылдың 1 майында Көнсығыш Пруссиялағы Растенбург аэродромында һауа армияһы командующийы Т.Т. Хрюкин тапшыра. Муса, әлбиттә, хәрби заданиелар үтәү өсөн осмайынса түҙмәй. “Бындай хәлдә ҡалыуым арҡаһында иптәштәремдең күҙҙәренә тура ҡарай алмай башланым”, – ти ул. Ә бер көндө, полк командирының рөхсәтенән тыш, штаб начальнигы урынбаҫары майор Иван Шевчук менән бергә әле һаман да ҡаршылыҡ күрһәткән дошман позицияларын разведкалау маҡсатында осош та яһай.

“Был һуңғы хәрби осошом булырын мин ул саҡта әле белмәй инем”, – тип хәтерләй ҡаһарман летчик, сөнки бик тиҙҙән Еңеү көнө иғлан ителә. Ә Муса Гәрәевте шул осош көнөндә, сәғәтендә үк полк командиры отпускыға оҙата. Аҙаҡ беленеүенсә, әлеге осош ваҡытында самолет теткеләнеп бөтә, М. Гәрәев менән И. Шевчук аэродромға көс-хәл менән ҡайтып еткән булып сыға. 250-се хәрби осош бына ошолай була.

Муса Гәрәев башҡорт халҡының барлыҡ күркәм һыҙаттарын үҙендә туплаған. Ул ҡыйыу ҙа, батыр ҙа, саф намыҫлы, ихлас күңелле кеше булыуы менән дә замандаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙана. Бөйөк илдең ҡайнар йөрәкле патриоты булыу менән бергә, ул һәр ваҡыт үҙ милләте менән ғорурланып йәшәй. Автобиографияһында үҙ ҡулы менән “Атайым да, әсәйем дә – башҡорт, үҙем дә – башҡорт” тип һыҙыҡ өҫтөнә алып, билдәләп үтә.

Күренекле яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡов уның хаҡында ошондай бер эпизодты иҫкә ала: “Бер мәл февраль аҙаҡтарында Күгәрсен районынан ҡайтып киләбеҙ. Бер нисә көн йөрөнөк, бер нисә ауылда халыҡ менән осраштыҡ. Мораҡта ҙур кисәлә сығыш яһаныҡ. Ағайҙың кәйефе күтәренке, бер нисә тапҡыр: “Минең халҡым бар, шуға ышандым”, – тип ҡабатланы”. Шул ваҡыт ул Булат Рафиҡовҡа: “Булат, һин боронғо тарихты, ырыуҙарҙы яҡшы беләһең. Минең ырыуым ниндәй? Шуны асыҡларға ярҙам ит”, – тип мөрәжәғәт итә.

Яҙыусы архив документтары аша уның атаһы яғынан – Гәрәй-ҡыпсаҡ, әсәһенең Тамъян ырыуынан булыуын асыҡлай. Китабында “Беҙ – Илеш башҡорттары, тип йыш ҡабатлай, ә үҙен ҡыпсаҡ тип атай ине”, – тип хәтерләй аҙаҡ Булат Рафиҡов был турала. Халҡыбыҙҙың, респуб­ли­кабыҙҙың даны булып йәшәй Муса Гәрәев беҙҙең күңелдәрҙә.

 

Рәшит ШӘКҮР.

Читайте нас: