Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2022, 13:09

Әрме дуҫлығы – мәңгелек

Ярты быуат ваҡыт үткәс, бер ғәскәрҙә хеҙмәт иткән һалдаттарҙың осрашыуын күргәнегеҙ бармы? Миңә ошондай ваҡиғаның шаһиты булырға яҙҙы. Сибай ҡалаһына килен булып төшкәс, атайым: “Баймаҡ районының Басай ауылында хеҙмәттәшем йәшәй, барып табырға кәрәк”, – тип бер нисә тапҡыр әйтеп алды. Унан һуң түҙмәй үҙе килде, ай-вайыбыҙға ҡуймай, беҙҙе Басай ауылына алып китте.

1968 йылда атайым Илгиз Хәйретдин улы Әхмәтйәнов Әлшәй районының Раевка ауылы военкоматынан хеҙмәткә ебәрелә. Ошо уҡ йылда Баймаҡ районы Басай ауылы егете Рим Нурғәле улы Фәтхуллин Сибай ҡалаһы военкоматынан әрмегә оҙатыла. Сибайҙан Өфө үҙәк хәрби комиссариатына килгәс, Рим Нурғәле улына һәм бергә килгән ете егеткә тиҙ генә медицина күҙәтеүе үтергә ҡушалар. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған байтаҡ һалдаттарҙан улар беренселәрҙән булып был бойороҡто үтәй. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған сос егетте күреп, комендант саҡырып ала ла төрлө ғәскәрҙәргә егеттәрҙе теүәлләп оҙатыу-резерв взводы командиры итеп тәғәйенләй. Бер нисә егеткә сержанттар мәктәбендә уҡырға тәҡдим ителә. Рим ағай тәүәккәлләп, тап шунда хеҙмәткә ебәреүҙәрен һорай. Тәғәйен ергә поезда дүрт тәүлек барырға тура килә.

– Баштан уҡ мине вагонда өлкән һалдат итеп ҡуйҙылар. Ни өсөндөр юлда һалдаттарҙы ашатманылар. Инде өсөнсө тәүлек тигәндә, эшелон начальнигы саҡырып, һалдаттарға ҡоро паек таратырға ҡушты. Ике тоҡҡа тултырылған аҙыҡты егеттәргә өләштем. Ризыҡ тигәне ҡоро печенье ла консерва инде. Күңел күтәренке, тамаҡ туҡ. Бер ваҡыт вагон надзоры йүгереп килеп инде лә бер тоҡто кире һорай. Баҡтиһәң, был ҡоро паек ике вагонға тәғәйенләнгән булған икән. Нимә ҡалған, шуларҙы йыйып алдылар. Шулай ҙа биш консерваны кеҫәгә йәшереп өлгөрҙөм. Иртәгәһенә шул биш консерваны бер вагондағы 30 һалдат үҙ-ара бүлешеп ашаныҡ, – тип иҫләй әрмегә юлланған мәлдәрен Рим Нурғәле улы.

Атайым Илгиз менән дә улар нәҡ ошо вагонда таныша. Егеттәр Волжский хәрби округында хәрби күнекмә үтә. Атайым беренсе ротала һыуҙа йөҙөү машинаһын йөрөтөүгә, Рим Нурғәле улы икенсе ротала сылбырлы тәгәрмәсле машиналарҙы – танктарҙы паромдан сығарыуға уҡығас, егеттәргә айырылырға тура килә. Атайымды Белгород-Днестровский хәрби часына инженерҙар ғәскәренә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Яҙмыш ҡушыуы менәнме Рим Нурғәле улы ла бер айҙан тап ошо часҡа килеп эләгә. Мәләүез, Балаҡатай, Әлшәй, Баймаҡ райондарынан, Өфөнән килгән биш егет берҙәм булып Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайта. Киләсәктә улдарына бер-береһенең исемен ҡушырға ла килешәләр.

– Беҙ шәп дәүергә эләктек, әрмелә ысын тормош мәктәбен үттек. Ул саҡта “бабайлыҡ” та булманы. Мин совхозда эшләгәндә ҡул сәғәте һатып алғайным. Эре генә шуны хеҙмәткә тағып барған булдым. Быны күргән сержанттар сәғәтте һорап ыҙалатты бит. Иҙән йыуһам-йыуам, сәғәтте бирмәйем тигәс, туҡтанылар. Бынан сығып, шуны әйткем килә: ул ваҡытта кеше кешелекле булды, – ти Рим Нурғәле улы.

Әрме мәлен шулай йылы хистәр менән хәтерләй ул. Рим ағайҙың күңеле бер генә нәмәгә ҡырылған: өләсәһе ҡәҙерләп кенә бәйләп ебәргән ап-аҡ бирсәткә, йөн ойоҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ тултырылған сумаҙанын алып ҡалғандар. Әйткәндәй, әрмегә киткәндә сумаҙанды совхоз бүләк иткән булған.

Егеттәр үҙ бурысын лайыҡлы үтәй. Рим Нурғәле улы Фәтхуллин Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы “Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Тыуған ерҙән алыҫта бер туғандай булып дуҫлашҡан егеттәрҙең ярты быуат ғүмер үткәс осрашып күрешеүен, әлбиттә, ябай һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Бер ҡарауға төрлө мөхиттә үҙ ғаиләләрен ҡороп, балаларын үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай, ҡартатай булып (әйткәндәй, атайымдың бөгөн – туғыҙ, Рим ағайҙың ун ейән-ейәнсәре бар) донъя көткән ир-уҙамандарҙы бергә бәйләгән еп йоҡа ғына кеүек күренһә лә, әрме дуҫлығы шул тиклем ныҡ икән! Осрашҡандарында һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәне. Атайымды дуҫынан саҡ айырып алып ҡайттыҡ.

 

Әлфирә ҮҘӘНБАЕВА.

 

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: