Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2022, 17:00

Тамаҡ тамуҡҡа илтә...

Төнгө "ҡунаҡ", пистолет тоҫҡап, шаурма төрөп биреүҙе талап итә. Улай ғына ла түгел...

Тамаҡ тамуҡҡа илтә...
Тамаҡ тамуҡҡа илтә...

Өфөлә бөгөн төндә Менделеев урамындағы кафеға бер ир һөжүм иткән, тип белдергәндәр Эске эштәр министрлығының төбәк бүлексәһендә.

Асығыуы еткәндерме инде, Өфөлә йәшәгән 34 йәшлек ир, һатыусыға пистолет төбәп, тиҙ генә шаурма төрөп биреүҙе талап иткән. Заказын көткән арала ир тәмәке көйрәтергә сыҡҡан. Шул ваҡытта һатыусы ҡыҙ ҙа юғалып ҡалмай, хәүеф төймәһенә баҫып өлгөрә. Шулай итеп, тамаҡ ялғарға насип булмай иргә: шаурманы алырға тип кире ингәндә, хоҡуҡ һаҡсылары уны ҡулға ала. Улай ғына ла түгел, һорау алыу барышында пистолеттың Батыр урамынан урланғанлығы асыҡлана.

Баҡтиһәң, урамдан китеп барғанда был ир затлы машинаны күреп ҡала һәм машинаның документтарын, сигнал пистолетын урлай. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тигәндәре шулдыр…

Фото: Эске эштәр министрлығынан.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: