2020-2021 йылдарҙа Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәктәптәр төҙөү программаһын яңы кимәлгә сығарҙы. “Мәғариф” милли проекты буйынса ил күләмендә 115 мең урынға иҫәпләнгән 181 мәктәп һәм 110 мең урынлыҡ 734 балалар баҡсаһы асылған да инде. 2024 йылдың аҙағына тиклем бөтәһе 1300 заманса яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Быйыл ғинуарҙа мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы ғәмәлгә инде. Әле ул 1300-ҙән ашыу белем усағын үҙ эсенә ала, ә 2023 йылдың аҙағына өс мең мәктәп бинаһы яңы төҫ аласаҡ.
“Программа ремонт эштәре менән генә сикләнмәй. Бында мәктәптәрҙе комплекслы үҫтереү, инфраструктураны яңыртыу, ҡорамалдар һатып алыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу хаҡында ла һүҙ бара. Былар барыһы ла беҙгә уңайлы һәм заманса белем биреү мөхитен булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыуы, проекттың мөмкин тиклем асыҡ булыуы мөһим”, – тине Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов.
“Профессионализм” проекты буйынса 2022 йылдың 1 сентябренән пилот майҙансыҡтарында уҡытыу башлана. 2024 йылға программа 350 меңдән ашыу студентты үҙ эсенә аласаҡ. Һуңғы ике йылда ил колледждарында ике меңдән ашыу заманса оҫтахана барлыҡҡа килде, бөгөндән 44 йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге эшләй.
Илебеҙ күләмендә балаларҙың йәйге ялын тәьмин итеү кимәле күтәрелде, 2020-2021 йылдарҙа лагерҙарҙа 5,5 миллиондан ашыу бала ял итте. Башлыса быға турист кешбэгы программаһы – юллама хаҡының яртыһын ҡайтарыу ярҙамында өлгәшелде.
Балаларҙы һәм йәштәрҙе рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәргә, ирекмәндәр эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Мәктәптәрҙә тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсе вазифаһы барлыҡҡа килде. Ошондай 2500 кәңәшсе мәктәптәрҙә эшләй ҙә инде.
Ил Президенты В.В. Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проекты эшләнде. Ул бөтә ил буйынса мәктәп уҡыусыларын тәрбиәләүҙе ойоштороуға дөйөм талаптарҙы закондар сығарыу кимәлендә нығыта.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы заманса һәм хәүефһеҙ һанлы белем биреү мөхитен булдырыу: ресурстарҙы интеграциялау, технологик йыһазландырыу һәм сифатлы белем биреү контентын әҙерләү дауам итә. “Сферум” мәғлүмәт-коммуникация белем биреү платформаһы эшләй башланы, унан 2,5 миллион уҡытыусы, уҡыусы һәм ата-әсә файҙалана.
“Минең мәктәбем” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырылды һәм һынау үтә, уның базаһында “Мәғариф контенты китапханаһы” урынлаштырыласаҡ. Мәктәптәрҙе мәғлүмәт системаһына тоташтырыу 2023 йылда ойошторола.
Белем биреү сифаты йәһәтенән илебеҙ ярайһы уҡ үҫеш күрһәтә: Рәсәй уҡыусылары йыйылма команда составында халыҡ-ара олимпиадаларҙа 100-ҙән ашыу миҙал яуланы. 2021 йылда ғына улар халыҡ-ара ярыштарҙан 38 миҙал алып ҡайтты: 31 алтын һәм ете көмөш. Дөйөм команда беренселегендә Рәсәй беренсе һәм икенсе урындарҙы биләй.
Мәғариф министры Сергей Кравцовтың башланғысы менән Бөтә Рәсәй эксперт педагогия советы булдырылды. Ул 2020 йылда асыҡ тауыш биреү юлы менән ҡабул ителде. Структураға 168 педагог инде. Һөҙөмтәле коммуникация майҙансыҡтары һәм педагогтар берләшмәһе менән туранан-тура бәйләнеш “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы”, “Рәсәйҙең йыл директоры”, “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе”, “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы” һәм башҡа һөнәри оҫталыҡ конкурстары ярҙамында киңәйеүен дауам итә. Педагогтар мәғариф һәм тәрбиә биреү системаһын артабан үҫтереү өсөн кәрәкле сараларҙы әҙерләүҙә ҡатнаша.
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ил төбәктәрендә лә үҙ емештәрен бирә. Мәҫәлән, Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты ярҙамында 2024 йылға түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа шөғөлләнгән 5 – 18 йәшлек балаларҙың өлөшө 80 процентҡа тиклем артасаҡ. “Мәғариф” милли проекты составында һигеҙ төбәк проекты – “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалы ғаиләләргә ярҙам”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”. 2024 йылға Башҡортостанда һанлы һәм гуманитар йүнәлештәр программалары буйынса шөғөлләнгән уҡыусылар һаны 350 мең кешегә етәсәк, тип күҙаллана.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА