Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2022, 08:00

“Икмәккә хаҡ арттырылмаясаҡ”

Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, быйыл ике миллион 863 мең гектарҙа иген культуралары сәселәсәк.

“Икмәккә хаҡ арттырылмаясаҡ”
“Икмәккә хаҡ арттырылмаясаҡ”

Кисә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында  һәм Республикаға идара итеү үҙәге  социаль селтәрҙәрендә хәҙерге иҡтисади шарттарҙа республикала хеҙмәт баҙары торошо, сауҙа нөктәләрендә хаҡтар артыуы, дарыуханаларҙа ҡайһы бер препараттарҙың юғалыуы арҡаһында тыуған һорауҙарға профилле министрлыҡ вәкилдәренән төплө яуап алыу мөмкинлеге булды.

Шуларҙың береһе – шәкәр ҡайҙа? Яңы ғына магазин кәштәләрен тултырып ятҡан шәкәр ҡомо ниңә юҡ? Был һорауға  сауҙа һәм хеҙмәттәр  министры Алексей Гусевтан да төплөрәк яуап биргән  етәксе булмауы билдәле.

”Беҙҙең республикала ике эре шәкәр заводы бар, улар эске баҙар ихтыяжынан тыш, күрше төбәктәр ихтыяжын да ҡәнәғәтләндереп килде. Келәттәрҙә шәкәр запасы етерлек, ретейлерҙар һатып алыу күләмен арттырҙы, тик магазиндарҙа был продукция тирәләй нигеҙһеҙ ығы-зығы,  ҙур ихтыяж арҡаһында шәкәр тиҙ арала һатылып бөтә. Шулай ҙа һуңғы көндәрҙә хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Татлы ризыҡ барыбыҙға ла етәсәк, уға ҡытлыҡ булмаясаҡ,” – тине министр.

Уның һүҙҙәрен тура эфирҙа,  шәкәр  тоҡтары тауҙай өйөлгән келәт эсендә сығыш яһаған предприятие начальнигы Рөстәм Әсмәндиәров  та раҫланы. ”Хаҡы 80 һумдан аҙ ғына артығыраҡ. Һаҡлау срогы – дүрт йыл. Ә бына хеҙмәткәрҙәр сауҙа селтәрҙәрендә әлегә етешмәй,”  - тине ул.

Икмәк барыһына ла баш. Оҙаҡламай яҙғы сәсеү башланырға тора. Халыҡты был мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра, борсолдора, әлбиттә. Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, быйыл ике миллион 863 мең гектарҙа иген культуралары сәселәсәк. Игенде – өс , ә ондо 1,5-2 йыл яҡшы һаҡларға мөмкин. Быйыл сәсеү эштәре хаҡы ҡиммәткәрәк төшәсәк – 21 миллиард һум  тәшкил итәсәк. 

Тура эфирҙа Ҡырмыҫҡалы районы икмәк комбинаты директоры Әлфира Богданова сығыш яһап, эштәренең ғәҙәттәгесә ритмда өҙлөкһөҙ дауам итеүен, 25 көнлөк  сеймал запасы булыуын, бөтә продукцияның тәбиғи, сифатлы булыуын, предприятиеның “ҡарт” булһа ла, резервта тағы бер мейес барлығын әйтте.  Илшат Фәзрахманов республикала ике он тарттырыу заводы эшләүен, онға ҡытлыҡ булмаясағын белдерҙе. “Ни тиклем күберәк етештерһәк, шунса хаҡы кәмей барасаҡ,  барыһын да баҙар көйләйәсәк,” –  тине министр.

”Икмәк хаҡы артмаясаҡ!”– тип тынысландырҙы ул “зәңгәр экран”дар алдында ултырғандарҙы.

Ә бына һөт аҙыҡтарының һаҡлау срогы бөтөнләй аҙ. “Гормолзавод” предприятиеһының башҡарыу директоры Сергей Штукатуров һөт аҙыҡтарының элекке күләмдә етештерелеүен, эштең план буйынса барыуын билдәләне. “Сеймал етерлек, завод 24 сәғәт буйына өҙлөкһөҙ эшләй”, – тине етәксе. Кешеләрҙе сабыйҙар өсөн аҙыҡтарға хаҡтар артыу мәсьәләһе лә борсоуын беләбеҙ. Баҙар шарттарында бер етештереүсе китһә, уның урынына икенсеһе килеүсән, баҙар буш тормаясаҡ, тинеләр брифингта ҡатнашыусылар.

Фото:ria.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: