Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2022, 09:00

Мәктәптә туҡланыу хаҡы нисек булыр?

Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған брифингта мәктәптәрҙә туҡланыуға ҡағылған мәсьәлә лә күтәрелде.

Мәктәптә туҡланыу хаҡы нисек булыр?
Мәктәптә туҡланыу хаҡы нисек булыр?

 Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған брифингта мәктәптәрҙә туҡланыуға ҡағылған мәсьәлә лә күтәрелде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, әлегә был хаҡта төплө яуап биреүе ауыр.

“Беҙ барыһын да уйлап эш итәсәкбеҙ, туҡланыу аҙыҡ-түлектәренә хаҡтарҙың нисек артыуын ҡараясаҡбыҙ. Балалар баҡсаларында һәм  мәктәптәрҙә туҡланыу хаҡы ике факторға бәйле: хеҙмәттең үҙе, әммә әлеге мәлдә бының өсөн бер сәбәп тә күрмәйбеҙ. Икенсеһе – аҙыҡ-түлек йыйылмаһы,” – тип аңлатты министр.

Ведомствола аҙыҡтарҙың хаҡын  һәм уларҙың ҡиммәтләнеү  мөмкинлеген баһалаясаҡтар. Хәлгә ҡарап, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуға хаҡтарҙы көйләү өсөн теге йәки был  саралар   күреләсәк.

Фото:vatandash.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: