Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2022, 14:00

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек буласаҡ?

Синоптиктарҙың фаразлауынса...

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек буласаҡ?
Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек буласаҡ?

Иртәгә, 29 июнь, Башҡортостанда ныҡ һыуыҡ буласаҡ, көслө ел иҫәсәк, тип иҫкәртә синоптиктар.

Иртәгә кинәт һалҡынайтып, һауа температураһының 0-дән 2 градусҡаса түбән төшәсәге, елдең секундына 15 метр тиҙлектә иҫәсәге күҙаллана.

Тәбиғәттәге бындай үҙгәрешкә әҙер тороғоҙ, һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Бигерәк тә йылытҡыс ҡорамалдар менән һаҡ булығыҙ, өйҙән сыҡҡанда уларҙы электрға, газға тоташтырып ҡалдырмағыҙ, тип аңғарта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Июндең һуңғы көндәре лә һыуыҡ буласаҡ, ти һауа торошон күҙаллаусылар.
Фото: вести35.рф

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: