Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2022, 20:45

Хөкүмәттә яңы тәғәйенләү

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп  Алан Марзаев тәғәйенләнде

Хөкүмәттә яңы тәғәйенләү
Хөкүмәттә яңы тәғәйенләү

 

 Алан Викторович Марзаев 1973 йылдың 14 майында Ардон ҡалаһында (Төньяҡ Осетия-Алания) тыуған. Горск дәүләт аграр университетын, Хоҡуҡ һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт юлын 1994 йылда Төньяҡ Осетия республикаһы – Аланияла  дәүләт һалым инспекцияһында башлай. 1997-2000 йылдарҙа - Төньяҡ Осетия республикаһы – Аланияның Дигор районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһы начальнигы вазифаһын биләй. 2000-2002 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының һалым һәм йыйым буйынса министрлығының Төньяҡ Осетия республикаһы – Аланияның Дигор районы    буйынса инспекция етәксеһе була. Алан Викторович 2010 йылға тиклем һалым инспекцияһы тармағында яуаплы вазифаларҙа хеҙмәт иткәндән һуң  2010-2011 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Чехов муниципаль районы хакимиәтенең контроль-ревизия идаралығы начальнигы булып эшләй. Уның хеҙмәт биографияһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргәһендәге финанс университетының “Финанстар теорияһы” кафедраһы доценты вазифаһы ла бар. 2016-2017 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһе буйынса 18-се район-ара инспекцияһы начальнигы бурысын үтәй, 2017 -2019 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһенең Домодедов ҡалаһы буйынса инспекция начальнигы вазифаһын башҡара. 2019 йылда  Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Артабан Республиканың юл хужалығы идаралығы етәксеһе, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе һәм башҡа вазифаларҙы биләй. 2021-2022 йылдарҙа -  Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы була.

Башҡортостан Башлығының икенсе указы менән Рәиф Әбдрәхимов икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан азат ителгән. Республика менән идара итеү үҙәгендә аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров уның  Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены менән бүләкләнелеүе тураһында әйтте.

 Республика Башлығының тағы ла бер указы менән Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры  вазифаһын башҡарыу Ирина Головановаға йөкмәтелде.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: