Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2022, 14:30

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Александр Шельдяев ғилми хеҙмәткәрҙән алып министрғаса үҫә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары тәғәйенләнде
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры итеп Александр Шельдяев тәғәйенләнде.

Шельдяев Александр Николаевич 1981 йылдың 14 мартында Һарытау өлкәһенең Карловка ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ҡабаттан әҙерлек үтә.

Хеҙмәт юлын 2003 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып башлай, 2004  йылда “ГАЛС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә сервис хеҙмәте инженеры булып килә.

2005-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында хеҙмәт итә. 2010 йылда Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.  

Артабан оҙаҡ йылдар республика Хөкүмәте аппаратында хеҙмәт бурысын үтәй, 2019 – 2022 йылдарҙа Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры итеп тәғәйенләнә. Александр Николаевич Халыҡтар дуҫлығы орлены менән наградланған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: