Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2022, 12:30

Башҡортостанға - МФЦ форумына остоҡ!

Башҡортостандағы күп йүнәлешле үҙәк бөтә Рәсәй флешмобын башлай.

Башҡортостанға - МФЦ форумына остоҡ!
Башҡортостанға - МФЦ форумына остоҡ!

29-30 сентябрҙә Өфөлә “Минең документтарым” дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәренең VI Бөтә Рәсәй форумы уҙғарыла. Ошо сара алдынан Башҡортостандағы күп йүнәлешле үҙәк бөтә Рәсәй флешмобын башлай. Акцияның маҡсаты – сараға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу һәм ил төбәктәрендә форумды танытыу.

Флешмобта төбәктәрҙән форумға барған күп йүнәлешле үҙәктәр вәкилдәре ҡатнаша ала. Бының өсөн күп функциялы үҙәк белгесенә ҡыҫҡа ғына видео төшөрөргә  тәҡдим ителә. Ул ҡағыҙҙан самолет эшләп, уға үҙ төбәгенең атамаһын яҙырға һәм камераға табан осорорға тейеш. Артабан ошондай видеояҙмалар бергә туплана.

Әйткәндәй, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының (https://vk.com/minec_russia һәм https://t.me/minec_russia), Башҡортостан Республикаһындағы “Минең документтарым” күп йүнәлешле үҙәгенең (https://vk.com/mfcbashkortostan) социаль селтәрҙәрен айырып билдәләргә, #летимвбашкортостан #минэкрф #цср #мфцбашкортостана хэштегтарын файҙаланыу мөһим.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: