Уларҙың барыһы ла ҡалала йәшәгән, ҡала предприятиеларында эшләгән. 1990 йылғы Альберт Шәүәлиев, мәҫәлән, 28-се мәктәптә, 60-сы һөнәрселек училищеһында белем ала, спорт менән шөғөлләнгән, хәрби бурысын Кемеровола атҡара. Ә 24 йәшлек кенә Евгений Коломиец 1-се лицей, политехник колледж тамамлай, уның заводта эшләгәне билдәле. Александр Орлов иһә ҡалала 1989 йылда тыуған, хәрби хеҙмәтен Санкт-Петербургта, Көньяҡ Осетияла үтә.
Егеттәрҙе һуңғы юлға оҙатырға был көндө бихисап халыҡ йыйылды. Ғаиләләре, туғандары, дуҫтары, коллегалары, эшләгән ойошма-предприятие етәкселәре булды. Шулай һәләк булған батырҙарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашырға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, БР Хәрби комиссариатының хәрби-патриотик эш буйынса бүлек начальнигы Альберт Ғилманов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов та килгәйне.
“Был ауыр ҡайғы, йөрәктәргә уңалмаҫ яра һала, әммә егеттәребеҙ беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәр, яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, ярҙамдан өҙмәҫбеҙ”, - тип белдерҙе улар.
“Башҡортостан” гәзите Һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм сабырлыҡ теләй.