“Республика менән Радий Хәбиров етәкселек итә башлағандан алып беҙҙә транспорт өлкәһендә ҙур реформа башланды. Әйтергә кәрәк, был реформаны атҡарып сығыу еңелдән булманы, хатта тәнҡит тә етерлек булды. Әммә эш һөҙөмтәләре барыһы хаҡында үҙе һөйләй: ниһайәт, республика юлдары легаль булмаған пассажир ташыусы компанияларҙан азат ителде, иҫке автобустар, “ПАЗик”тар маршруттарға сыҡмай. Улар урынына хәҙер маршрутҡа меңдән ашыу яңы автобус йөрөй. Волга буйы федераль округында был күрһәткес буйынса иң йәш автопрак – беҙҙә!” – тип яҙып сыҡты социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Андрей Назаров.
Премьер-министр һүҙҙәренсә, “Алға” картаһы ярҙамында электрон түләү ысулы булдырыу иҡтисадта ғына түгел, социаль хеҙмәттәр өлкәһендә лә һөҙөмтәле аҙым булып тора. Йыл башында ғына ла, мәҫәлән, бөтә түләүҙәрҙең 55 проценты карта менән башҡарылған, шул иҫәптән йәмәғәт транспортында “Алға” картаһы менән түләүҙәр 26 процент тәшкил итә.
Башҡортостанда транспорт системаһын уңайлы итеү маҡсатында эре юл объекттары барлыҡҡа килгәне хаҡында ла әйтелә ҡотлауҙа. Атап әйткәндә, күперҙәр, юл киҫелештәре һәм башҡа юл объекттары сафҡа инә. Быйыл ғына ла, мәҫәлән, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаны ла иҫәпләгәндә, Башҡортостанда был өлкәлә 40 миллиард һумдан ашыу суммаға эш башҡарылған.
“Хөрмәтле транспорт системаһы хеҙмәткәрҙәре! Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һеҙ үҙ эшегеҙҙе яҡшы сифатлы итеп, ваҡытында, намыҫлы һәм еренә еткереп башҡараһығыҙ һәм республикабыҙ үҫешенә өлөш индерәһегеҙ.
Тармаҡ ветерандарына айырыуса рәхмәт әйтеп үткем килә.
Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, юлдарығыҙ имен йорттарығыҙға илтһен!” – тигән Андрей Назаров.
Фото: БР Хөкүмәте рәсми сығанаҡтарынан.