Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2022, 14:34

Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институтына - 60 йыл

Был республиканың төп ғилми учреждениеларының береһе, унда кеше һәм хайуандарҙың молекуляр генетикаһы, иммунология һәм фармакология, физиология, үҫемлектәрҙең һәм микроорганизмдарҙың генетикаһы һәм биохимияһы буйынса тикшереүселәр берләшә

Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институтына - 60 йыл
Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институтына - 60 йыл

Учреждениеның ҡатмарлы атамаһы артында ғалимдарҙың етди эшмәкәрлеге ята. Институт хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең «Фән һәм университеттар» Милли проектының бер нисә Федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, 2019 йылда институтта геномика буйынса йәштәр лабораторияһы асыла. 2021 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Мегагранты ҡабул ителә. Хеҙмәткәрҙәр шулай уҡ «Рәсәй икмәге» проектының 2019-2027 йылдарға генетик технологияларҙы үҫтереү буйынса Федераль фәнни-техник программаһында ҡатнаша.

 Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һәм «Приоритет-2030» программаһы буйынса технологик һәм стратегик проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.

Шул уҡ ваҡытта Институт Рәсәйҙә юғары квалификациялы кадрҙарҙы «Генетика», «Молекуляр биология», «Үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы», «Биохимия» һөнәрҙәренә өйрәтеү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора,  беҙҙең илдә лә, сит илдәрҙә лә беҙҙең белгестәргә ихтыяж ҙур. Донъя кимәлендә танылған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре баһалап бөткөһөҙ ғәмәли ҡулланыуға эйә.

Йәштәрҙе фәнни әҙерләүгә айырым иғтибар бүленә. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған лабораториялар беҙҙең юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн һәр ваҡыт асыҡ.

 

фотолар социаль селтәрҙә Максим Забелиндың сәхифәһенән 

Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институтына - 60 йыл
Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институтына - 60 йыл
Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институтына - 60 йыл
Автор:
Читайте нас: