Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2022, 06:00

Район башлығы ташламаларҙан файҙаланып ҡалырға саҡыра

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матбуғатҡа яҙылыу буйынса яҙма ҡалдырған.

Район башлығы ташламаларҙан файҙаланып ҡалырға саҡыра
Район башлығы ташламаларҙан файҙаланып ҡалырға саҡыра

“Әлшәйҙәр, “Рәсәй Почтаһы” бүлексәләрендә 2023 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы бара.

15 декабргә тиклем яратҡан гәзит-журналдарығыҙға 25 процентҡа тиклем ташлама менән яҙылып ҡалығыҙ”, - тип яҙған ул.

Етәксенең бындай тәҡдименә ҡыуанып, рәхмәт әйтергә генә ҡала.

Ысынлап та, дуҫтар, ташламалы осор уртаһына яҡынлашты, “Башкортостан” гәзитенә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ. Квитанция күсермәләрен ебәреүселәр араһында бүләк отоусылар ҙа буласаҡ.

Фото Дамир Мостафин.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: