Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2023, 20:15

Өфө урамдарына 35 яңы автобус сыға

Улар 75-се ҡала маршрутын хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелә

Өфө урамдарына 35 яңы автобус сыға
Өфө урамдарына 35 яңы автобус сыға

– "Башавтотранс"ҡа яңы автомобилдәр тапшырыу - ҙур ҡыуаныс. Уның коллективы халыҡты ташыу буйынса бик мөһим бурыстарҙы хәл итә, йыл һайын эшен яҡшырта. Фиҙакәр эшегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Ә беҙҙең бурыс – һеҙҙе яҡшы ҡорамалдар, яңы хеҙмәттәр менән тәьмин итеү. Беҙ системалы рәүештә пассажирҙар ташыу өлкәһенең сифатын яҡшыртабыҙ. Өфөнөң йәмәғәт транспортын дүрт йыл элеккеһе менән хәҙергеһен сағыштырһаҡ, был граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙең бөтөнләй икенсе кимәлдәре. Предприятие менән ентекле һәм иғтибарлы мөғәмәлә итәбеҙ, артабан да уның үҫешенә булышлыҡ итербеҙ, - тине ул.
35 "НефАЗ" автомобилен республика «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы һатып алған. 2023 һәм 2024 йылдарҙа ҡала маршруттарын хеҙмәтләндереү буйынса федераль программа буйынса бөтәһе 85 автобус һатып алыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров газ моторы яғыулығында йөрөгән автобустарҙы ҡараны. Улар мәғлүмәт таҡталары, спутник навигацияһы, салонды күҙәтеү камералары, тахографтар, USB-порттар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ «НЕФАЗ»да инвалид коляскалары өсөн махсус урындар ҡуйылған.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: