Был сараны Федерация Советы менән Рәсәй журналистар союзы берлектә ойоштора. Ғаризалар быйыл 1 декабргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс эштәре түбәндәге номинацияларҙа билдәләнә:
- “Үҙәктә – Федерация Советы” – парламент эшмәкәрлеге, Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары һәм Федерация Советы эше тураһында мәҡәләләр ҡарала. Быйыл был номинация парламенттың юғары палатаһының 30 йыллығына арнала.
- “Иғтибар үҙәгендә” – был номинация Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади киңлегендә яңы Рәсәй төбәктәренең интеграция һорауҙарына арнала.
- “Ил тормошонда бер йыл” – бындағы мәҡәләләр Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҡытыусылар тураһында буласаҡ.
- “Журналистика. Яңы йөҙҙәр” – бында журналистика мәктәбе уҡыусыларының, юғары уҡыу йорттарының профиль факультеттары студенттарының, 15 йәштән 25 йәшкәсә йәш журналистарҙың мәҡәләләре ҡарала.
Фото: Башинформ.