13 мартта Башҡортостандың рәсми делегацияһының Иран Ислам Республикаһына эш сәфәре ваҡытында Тегеранда төбәктең инвестиция һәм иҡтисад потенциалының презентацияһы үтте. Унда дәүләт власы органдары, иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше институттары, эшҡыуарҙар һәм Ирандың ҙур компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Иран менән үҙ-ара бәйләнеш үҫешенең юғары ҡеүәтен билдәләне.
- Абруйлы делегация менән ҙур өмөттәр һәм етди пландар менән килдек. Беҙҙең бурыс – Башҡортостанды һеҙҙең өсөн асыу, хөрмәтле Ислам Республикаһында йәшәүселәр һәм коллегалар. Һәм, әлбиттә, беҙ Иранды Башҡортостан бизнесы һәм унда йәшәүселәр өсөн асырға теләйбеҙ. Эш сәфәре барышында беҙҙең делегация предприятиелар кимәлендә 100-ҙән ашыу һөйләшеүҙәр үткәрҙе, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Иран менән оҙайлы ваҡытҡа хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә был ваҡиға тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты:
- Иранда делегациябыҙҙың эшен республикабыҙҙың эшлекле потенциалын презентациялау менән тамамлайбыҙ. Юғары кимәлдә осрашыуҙар үтте, ике яҡтың бизнес вәкилдәре лә әүҙем рәүештә һөйләшеүҙәр алып барҙы. Ике көн командировка ваҡытында күп нәмәгә өлгәштек, тип иҫәпләйем. Башҡортостан өсөн Иранды, Иран өсөн Башҡортостанды асыу бурысын уңышлы рәүештә үтәй башланыҡ. Иран менән беҙ оҙаҡ һәм һөҙөмтәле итеп эшләргә теләйбеҙ. Иран тарафынан да Башҡортостанға ҡарата ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Үҙ-ара кәрәкле булыуыбыҙға ышанабыҙ һәм бер-беребеҙгә дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ҡулын һуҙырға әҙербеҙ, - тиелә яҙмала.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.