Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2023, 22:40

“Улымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт”

Радий Хәбиров Асҡын районының мәрхүм булған элекке башлығы Ришат Дихиндың әсәһен барып күрҙе.  

“Улымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт”
“Улымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт”

Бөгөн Асҡын районы Урмияҙ ауылында республика Башлығы булды. Унда етәксе Розалия Нәҡип ҡыҙының һаулығы, көнкүреше менән ҡыҙыҡһынды.

“Йәш бара, һаулыҡ та ҡаҡшап китә. Әммә бирешмәйем, район етәкселегенә рәхмәт – һәр саҡ һаулығымды ҡайғыртып торалар, яңыраҡ ҡына “Танып” шифаханаһында ял итеп ҡайттым.

Ришаттың улдары менән йыш күрешеп булмай, ейәндәрем әсәләре менән Өфөлә йәшәй, ләкин уларҙың ҡайтыуҙары минең өсөн ҙур бәхет. Ҡыҙым ҡайтып, ярҙам итеп тора, күршеләрем һәйбәт.

Радий Фәритович, һеҙгә ҙур рәхмәт! Минең улымды онотмаған өсөн! Шәхсән килеп, хәлем менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ, бының өсөн айырым рәхмәт”, - тип һөйләп үтте Розалия Нәҡип ҡыҙы осрашыу барышында.

Ришат Дихин сығышы менән ошо ауылдан, 1987 йылда донъяға килгән. Ул 2019 йылда райондың башлығы итеп тәғәйенләнә һәм 2021 йылдың 27 мартына тиклем уны етәкләй, нәҡ ошо көндө ул 34 йәшендә генә коронавирус инфекцияһынан мәрхүм булып ҡалды.

Яҡташтары Ришат Дихинды тик яҡшы хәтирәләр менән генә иҫкә ала, ул бер ҙә ваҡыты һәм һаулығы менән иҫәпләшмәй, тыуған еренең үҫеше өсөн эшләне. Ҡатыны Гөлназ менән Назар һәм Рамзан исемле ул тәрбиәләй.

Әйткәндәй, Ришат Марат улының хеҙмәт юлы “Башҡортостан” гәзите менән дә бәйле – ул баҫмабыҙҙа 2011-2013 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләне.

“Улымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт”
“Улымды онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт”
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: