Новости
30 Апрель 2023, 12:15

Урманда аҙашҡандар

Кисә Белорет районында һигеҙ кешенән торған туристар төркөмө аҙашҡан. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты белдерә.

Урманда аҙашҡандарУрманда аҙашҡандар
Урманда аҙашҡандар

Туристарҙың һүҙҙәренсә, улар икешәр кешенән дүрт төркөмгә бүленә һәм күп тә үтмәй бер-береһе менән бәйләнеш юғала. Шул саҡ туристарҙың береһе ҡотҡарыусыларға шылтрата ла инде.

Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеп, уларҙы (нәҡ шылтратҡан туристарҙы) эҙләй башлай, әммә таба алмай, ә был ваҡытҡа шылтратыусылар урмандан үҙаллы сығып өлгөргән була инде. Шуныһы ғәжәп: бер төркөмдө эҙләгән ҡотҡарыусылар ошо урманда ҡараңғы төшөү сәбәпле аҙашып ҡалған ҡатын менән баланы осрата һәм сығырға ярҙам итә.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас