Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2023, 21:05

Буласаҡ һөнәрем бик оҡшай

"ГеоВызов" чемпионатында Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Тимур Тимерханов та ҡатнаша.

Буласаҡ һөнәрем бик оҡшай
Буласаҡ һөнәрем бик оҡшай

Өфө дәүләт нефть техник университетында 3-сө курста уҡыған Тимур Тимерханов “ГеоВызов” чемпионаты тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

- Мин был чемпионатта уҡыуҙан алған белемде һынар һәм тәжрибә алыр өсөн килдем. Мин геохимия, ялан туҡталышы этаптарында ҡатнаштым, тест һорауҙарына яуап бирҙем. Архангел районындағы Аҫҡын мәмерйәһендә булдыҡ. Дүрт сәғәтлек геологик маршрут үттек унда. Бик ҡыҙыҡлы булды. Беҙ разрездар буйлап йөрөнөк, күҙәтеү нөктәләрен эҙләнек, тау тоҡомдарын һайлап алдыҡ – быларҙың барыһын да ялан көндәлегенә теркәп барҙыҡ. Аҙаҡ тупланған материалды судьяларға тапшырҙыҡ. Улар тикшереп һөҙөмтәләрен әйтергә тейеш.

Чемпионат миңә оҡшаны. Бында алған белемеңде күрһәтеүҙән тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йәштәр менән танышыу ҙа шәп булды! Мин бәләкәйҙән таштар яратам. Мәктәптә БДИ-ны география буйынса бирҙем. Был фән оҡшай һәм шуға ярашлы һөнәргә уҡығаныма үкенмәйем. Һөнәрем буйынса иң шәбе булғым, үҙемде төрлө өлкәләрҙә һынағым килә, сөнки геология - мауыҡтырғыс фән!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда ошо көндәрҙә I халыҡ-ара “ГеоВызов” геологик чемпионаты үтә. Унда Рәсәйҙең 13 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 20 команда ҡатнаша.

#Геовызов2023Өфө

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: