Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2023, 21:20

Түмәр солоҡсолоғон тәүгә күрәм

ти "ГеоВызов" чемпионатында ҡатнашҡан Алина Бутакова.

Түмәр солоҡсолоғон тәүгә күрәм
Түмәр солоҡсолоғон тәүгә күрәм

Бөгөн “ГеоВызов” халыҡ-ара геологик чемпионат ҡатнашыусыларына “Торатау” геопаркында түмәр-солоҡ умартасылығын күрһәттеләр.

Ҡатнашыусыларҙы башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен сағылдырған этноихаталар янында райондың мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡаршыланы. Геологтар уҡтан атты, башҡорт тоҡомло аттарҙа йөрөнө, солоҡ балы менән үлән сәйе эсте, башҡорт тирмәһен ҡараны, биҙәүестәр тағып милли кейемдә фотоға төштө.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы китапхана хеҙмәткәре Фирүзә Арыҫланғәлина солоҡсолоҡ, башҡорт ҡорттарының үҙенсәлеге тураһында ентекле итеп һөйләне. Геологтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Улар араһында Алина Бутакова ла бар.

-Мин Пермь милли дәүләт университетының 2-се курс студенты. Атай-әсәйем менән бер нисә йыл элек Өфөгә килгәнем бар ине, әммә был килеүем ныҡ тәьҫирләндерҙе мине. Башҡорт балы бар илдәргә билдәле, һәм мин уны тәмләп тә ҡараным. Ә бына солоҡ ҡорто һәм балы тураһында тәүгә ишетәм. Был мәғлүмәт минең өсөн асыш. Башҡортостанға турист булып тағы килергә теләйем.

Чемпионат тураһында мәғлүмәтте “Бәйләнештә” https://vk.com/public221924888 төркөмөндә һәм телеграм-каналда https://t.me/rosnedragovru и https://t.me/geomolodezh.
#Геовызов2023Уфа алырға мөмкин.

 

 

 

  

Түмәр солоҡсолоғон тәүгә күрәм
Түмәр солоҡсолоғон тәүгә күрәм
Түмәр солоҡсолоғон тәүгә күрәм
Түмәр солоҡсолоғон тәүгә күрәм
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: