

Өфөләге “Ювелирцентр”ҙағы ҙур күләмдәге урлашыу тураһында яҙғайныҡ инде. 2022 йылдың октябрендә һатыусы-консультант булып урынлашҡан ҡыҙ, бер ай эшләгәс, танышы ҡотортоуы буйынса магазиндан 12 миллион һумлыҡ 1,5 мең ҡиммәтле биҙәүестәр урлап алып сыҡҡайны. Ҡыҙҙың әйберҙәрҙе тиҙ-тиҙ биштәренә тултырып алыуы эстәге видеокамераға ла теркәлгән. Уларҙы Силәбе өлкәһе Сим ҡалаһы отеле янында курьерға тапшырғаны билдәле була. Ә уғрының үҙен Нижегород өлкәһендә тоталар.
Ул ваҡиғаға бер йыл тирәһе үтеүгә Киров районы суды 23 йәшлек Карина Макароваға хөкөм ҡарары сығарған: биш йылға иркенән мәхрүм итергә. Ҡыҙ шулай уҡ матди зыяндың хаҡын да кире ҡайтарырға тейеш. Карина ғәйебен таныған. Уны суд залында уҡ ҡулға алғандар. Шәхси клиниканан алынған ауырлы тигән белешмәһен суд иҫәпкә алмаған.
Ә уның фекерҙәшенә енәйәт эше материалына айырым производство асылған.
Фото:”Моя Уфа”.