Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2023, 22:40

Һалым һәм страховка иғәнәһе суммалары тураһында Асыҡ ишектәр көнө үтә

Был көндәрҙә инспекцияға килеүселәргә һалым хеҙмәткәрҙәре түбәндәгеләрҙе һөйләй:

Һалым һәм страховка иғәнәһе суммалары тураһында Асыҡ ишектәр көнө үтә
Һалым һәм страховка иғәнәһе суммалары тураһында Асыҡ ишектәр көнө үтә

2023 йылдың 24 октябрендә һәм 23 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй район-ара финанс һалым хәҙмәте инспекцияһында Иҫәпләнгән һалым һәм страховка иғәнәһе суммалары тураһында хәбәр ебәреү һорауы буйынса Асыҡ ишектәр көнө үтә.

Был көндәрҙә инспекцияға килеүселәргә һалым хеҙмәткәрҙәре түбәндәгеләрҙе һөйләй:

Уведомлениены тултырыу тәртибе

Уведомлениены йүнәлтеү һәм алып барып еткереү ваҡыты

Аныҡланған Уведомлениеларҙы йүнәлтеү тәртибе

Уведомлениены нисек хатаһыҙ тултырырға

Уведомлениены һалым түләүсенең Шәхси кабинетын файҙаланып ебәреүҙең өҫтөнлөктәре.

Шулай уҡ был көндәрҙә килеүселәргә Иҫәпләнгән һалым һәм страховка иғәнәһе суммалары тураһында уведомлениеларҙы тапшырыу темаһына лекторий эшләй. Тағы ла һалым тураһындағы закондар һәм Уведомлениены тултырыу һорауҙары буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй: (347) 215-10-70, өҫтәмә һандар – 55-55.

Уведомлениены алыу тәртибе тураһында үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса Рәсәй Финанс һалым хеҙмәтенең “Берҙәм һалым иҫәбе” (Единый налоговый счет)  сайтында йәки “Берҙәм һалым иҫәбе” темаһын һайлағанда “Йыш бирелгән һорауҙар” (Часто задаваемые вопросы) сервисында яуаптар табырға мөмкин. https://www.nalog.gov.ru/rn02/ifns/imns02_20/events/13946268/

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: