4 ноябрҙә Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асыласаҡ, унда бөтәһе 89 төбәк үҙ стендтарын тәҡдим итәсәк.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, биш ай эсендә күргәҙмәгә 20 миллион кеше килеүе көтөлә, уларҙың яҡынса 30 проценты башҡа ил ҡунаҡтары буласаҡ. Һәм, әлбиттә, Башҡортостан форумда ҡатнашыусыларҙы хайран ҡалдырырлыҡ, ғәжәпләндерерлек итеп республикабыҙҙың үҙенсәлекле характеры һәм ҡаҙаныштары тураһында күрһәтәсәк.
Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров стендта хәҙерге Башҡортостандың иң мөһим проекттарын һәм ҡаҙаныштарын сағылдырыу, башҡорт халҡының бөйөк тарихын һәм рухын күрһәтеү бурысын ҡуйҙы.
- Мин тағы ла бер тапҡыр сара үтәсәк ВДНХ һарайына барҙым һәм әҙерлек эштәре менән таныштым. Әҙерлек яҡшы бара, стенд көндән-көн үҙгәрә. Әлегә бөтә серҙәрҙе асмай торам. Концепция түбәндәгесә, күсмә халыҡтан алып пилотһыҙ аппараттарға тиклем буласаҡ. Беҙҙең майҙансыҡ ҡунаҡтары урындағы иҫтәлекле урындарҙы ҡарау һәм инновацион проекттарҙы өйрәнеү өсөн виртуаль сәйәхәткә сыға аласаҡ. Әйткәндәй, 3 декабрҙә ошонда уҡ, “Рәсәй” күргәҙмәһе сиктәрендә, Башҡортостан көнө уҙғарыласаҡ, был мөһим ваҡиға коллективтар һәм артистар ҡатнашлығында һәм эшлекле осрашыуҙар, белем биреү программалары, сағыу мәҙәни саралар менән уҙғарырға планлаштырыла, – тип уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаров.
Шулай уҡ беҙҙең төбәк “Ҡаҙаныштар.РФ” порталында ете проектын тәҡдим иткән. Башҡортостан битендә “Башҡорт аты” брендына, “Янғантау” геопаркына, “Торатау” конгресс-холына, “Өфө-Арена” спорт комплексына, “Инвестициялар өсөн төбәк” проектына, “Ҡандракүл” тау саңғыһы комплексына һәм Өфөләге Совет майҙанына ярҙам итергә мөмкинлекте билдәләп, барыһын да был проекттар өсөн тауыш бирергә саҡырҙы ул.
Фотолар: Андрей Назаровтың “Телеграм” каналынан.