“Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында ремонттан һуң почта бүлексәһе асылды.
Уның дөйөм майҙаны 80 квадрат метрҙан ашыу, ремонт барышында яңы тәҙрәләр ҡуйылған, инженер селтәрҙәре, электрүткәргестәр, йылытыу системаһы алмаштырылған, видеокүҙәтеү көйләнгән. Клиенттар өсөн яңы мебель, хеҙмәткәрҙәр өсөн яңыртылған эш шарттары – былар барыһы ла уңайлылыҡты хәстәрләй. Аҙ мобилле граждандар өсөн офиста пандус, киңәйтелгән ишек, персоналды саҡырыу өсөн кнопкалар булдырылған.
Был бүлексә 1 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Унда Бүреҡаҙған һәм күрше Садовка ауылдары халҡы килә.
Яңыртылған почта бүлексәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Таһир Шәрәфетдинов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
- Башҡортостанда 1280 почта бүлексәһе эшләй, уларҙың 80 проценттан ашыуы ауылдарҙа урынлашҡан. Был бүлексәләргә ай һайын 200 меңләп кеше мөрәжәғәт итә. Күптәре бәләкәй ауылдарҙа йәшәйҙәр. Почта улар өсөн төп сервис нөктәһе булып тора. Ауылдағы бүлексәләрҙе яңыртыу, киңәйтеү - мөһим социаль миссия булып тора, - тине Ирек Сәғитов.
Әйтергә кәрәк, был программа сиктәрендә үткән йылда республикала 20 бүлексә яңыртылған, быйыл – 35. Әлеге көндә заявкалар туплау өҫтөндә эш бара.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” сайтынан.