Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2023, 21:10

Етәксе тәғәйенләнде

Радий Хәбиров Башҡортостанда "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең күҙәтеү советын етәкләне

Етәксе тәғәйенләнде
Етәксе тәғәйенләнде

2023 йылдың 14 декабрендә "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең дөйөм йыйылышы үтте. Сарала республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Вадим Захаров ҡатнашты. Йыйылыш барышында йәмғиәт ағзалары төбәк бүлексәһенең күҙәтеү органын булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе һәм уның рәйесе итеп бер тауыштан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировты һайланы.

Йыйылыш сиктәрендә шулай уҡ 2024 йылдың февралендә Мәскәүҙә үтәсәк “Белем” Рәсәй йәмғиәте“ ижтимағи-дәүләт мәғрифәтселек ойошмаһының IV съезына делегаттар һайланды. Тауыш биреү барышында Хакимиәт етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, профессор Вадим Захаров кандидатуралары хупланды.

 

Фото: buzdyaknews.ru

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: