Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 21:30

“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ

Алты балалар баҡсаһына тәүге аҡыллы колонка тапшырылды 

“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ
“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ

– Һомай, берәй йомаҡ әйт әле.

– Ап-аҡ юрған таптым, ер өҫтөнә яптым.

– Ҡар.

– Дөрөҫ!

Бына шулай итеп һөйләшеп күрһәтте “Һомай” аҡыллы колонкаһы менән әлеге ҡорамалды булдырыу буйынса проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһында үткән сарала республиканың алты балалар баҡсаһына башҡорт телендә һөйләшкән тәүге “Һомай” аҡыллы колонкаһы тапшырылды.

 Тәүгеләрҙән булып заманса ҡорамалды алыусылар араһында Өфө ҡалаһының “Аҡбуҙат” 75-се башҡорт балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Юлиә Әлибаева, 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Аҙнабаева, Өфө районы Шамонино ауылының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рүзилә Саптарова, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһы педагогы Нәжиә Юламанова, Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Исхаҡова, Ауырғазы районының Төрөмбәт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе Мәйсәрә Рәхмәтуллина булды. Тап уларға “Һомай” колонкаһы тапшырылды.   

Башҡортостанда уйлап сығарылған яңы ҡоролма менән Башҡорт теле көнөндә төбәк Башлығы Радий Хәбиров таныштырғайны. “Һомай башҡорт һәм рус телдәрен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итә, һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр тыңлата. Уның ярҙамында өлкәндәргә лә, балаларға ла башҡорт телен өйрәнеүе бик еңел. Туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнергә, унан да бигерәк яратырға мәжбүр итергә ярамай, тип иҫәпләйем. Әммә заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡытыу процесын ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысаҡ итергә мөмкин”, – тип мөрәжәғәт иткәйне Башҡортостан Башлығы республика халҡына.

Әйткәндәй, “Һомай” аҡыллы колонкаһын булдырыу проекты – Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бүленгән гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе. 

– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан биш йыл дауамында телебеҙҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән күп кенә проекттар эшләнде. Иң күләмле һәм уңышлыларының береһе – “Һомай” аҡыллы колонкаһы. Бөгөн, һанлы технологиялар заманында, башҡорт телен һанлаштырыу бик мөһим, – тип белдерҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

– Идеяны тормошҡа ашырғансы күп ваҡыт һәм көс һалынды, – тип һөйләне проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин. – Тел моделен камиллаштырыу, тауыш яҙҙырыу, телмәр синтезы, тауышты текстҡа әйләндереүҙең сифатын яҡшыртыу, колонканың корпусын, тышҡы биҙәлешенең дизайнын әҙерләү, һәм башҡалар – былар барыһы ла бер көнлөк кенә эш түгел.

Айгиз колонкаға эйә булған педагогтарға уны ҡулланыу нескәлектәрен ентекле аңлатты. Февралдә грантҡа ярашлы булдырылған тағы 200 аҡыллы колонканы мәктәптәргә тапшырыу күҙаллана. Һуңынан һатыуға сығара башларға ниәтләйҙәр. “Һомай” менән башҡортса һәм русса аралашырға, һорауҙар бирергә һәм тулы яуаптар алырға ғына түгел, ә еңел генә башҡорт телен өйрәнергә була. Уның менән кескәй балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем ҡуллана ала.

– Аҡыллы колонкаға эйә булыуыбыҙға шатбыҙ. “Һомай” эшебеҙҙә ҙур ярҙамсы булыр, тип ышанабыҙ. Йомаҡтар, әкиәттәрҙе күп белеүе ҡыуандырҙы. “Тамыр” студияһының йырҙары ла ингән тинеләр. Ул тәрбиәселәргә эшмәкәрлекте ҡыҙыҡлыраҡ итергә булышлыҡ итер, ә балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән  фекерҙәмен, – тине Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Исхаҡова.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.  

“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ
“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ
“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ
“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ
“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ
“Һомай” ҙур ярҙамсы буласаҡ
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: