Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында һөйләне. Бөгөн яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10-ға тиклем.
Кесаҙна, 21 мартта, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12 градус, урыны менән -17 градусҡаса. Көндөҙ 0,+5 градус, таулы райондарҙа +10-ға тиклем.
Йома, 22 мартта, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Шул уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -7, - 12 градус, урыны менән -17 градусҡаса. Көндөҙ 0, +5, таулы райондарҙа +10 градусҡа тиклем.
Мәғлүмәт: Башҡортостан-онлайн.
Нәсих Хәлисов фотоһы.