- Һуңғы дүрт йылда юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһында теркәлгән юл япмаһындағы етешһеҙлектәр һаны һиҙелерлек кәмегән. Мәҫәлән, 2020 йылда 236 меңдән ашыу етешһеҙлек һанлаштырылған һәм мәғлүмәт системаһына индерелгән булһа, 2023 йылда - 111 мең дефект, – тип билдәләне Премьер-министр. 15 апрелгә ҡарата төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа 19 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған һәм һанлаштырылған. Уларҙың 3,2 меңдән ашыуы ремонтланған да инде. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн юлсылар һалҡын йәки ҡойолған асфальт ҡуллана.
– Яҡын арала бөтә республикала 30-ҙан ашыу асфальт-бетон заводын сафҡа индереү планлаштырыла. Старт 20 апрелгә билдәләнгән, ә 22 апрелдән соҡорҙарҙы ремонтлауҙы башлау планлаштырыла, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Юл билдәләренә килгәндә, 2024 йылда Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль-ара юлдарында уны дөйөм майҙаны 15,7 мең саҡрымдан ашыу юлдарға һалыу күҙаллана. Уңайлы һауа шарттарында буяу менән 30 июнгә тиклем, ә термопластик менән 2024 йылдың 30 июленә тиклем билдәләү планлаштырыла. Ихата биләмәләрендә һәм квартал-ара үткәүелдәрҙә соҡорҙарҙы ремонтлау тураһында доклад яһап, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова апрелдә муниципалитеттарҙың юл япмаһындағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса эш башлауҙары хаҡында хәбәр итте. 4000-гә яҡын юл участкаһы тикшерелгән, 1100-ҙән ашыу етешһеҙлек асыҡланған.
Ағымдағы йылда муниципалитеттар бөтәһе 25,4 мең квадрат метр дефектты бөтөрөргә планлаштыра. Мәҫәлән, 2023 йылда муниципалитеттар ихаталарҙа һәм квартал-ара үткәүелдәрҙә 20 мең квадрат метрлыҡ етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған һәм бөтөргән. Бынан тыш, юл япмаһын тергеҙеү Һәм ремонтлау «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыласаҡ.
- «Башҡорт ихаталары» ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһы сиктәрендә 143 ихатала асфальт-бетон япмаға капиталь ремонт үткәреләсәк. 254 мең квадрат метр юлдарҙы ремонтлау, шулай уҡ 3,5 мең парковка урынын ремонтлау һәм ҡороу планлаштырыла, – тип хәбәр итте Ирина Голованова. Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципалитеттарға юлдарҙағы соҡорҙарҙы май уртаһына тиклем һанлаштырыуҙы тамамларға, ә уларҙы 2024 йылдың 15 июненә тиклем бөтөрөргә ҡушты.
Белешмә: 2019 йылдан юл хеҙмәткәрҙәре үҙ эшендә махсус программаны - юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһын (СКПДИ) ҡуллана. Был система ярҙамында юлсылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлай һәм уларҙы бөтөрә.