Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель , 20:45

Радий Хәбиров Миәкә районының торлаҡ-коммуналь өлкә ойошмаларында булды

15 апрелдә Башҡортостан Башлығы Миәкә районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарында, шул иҫәптән муниципаль учреждениеларға комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәгендә булды, коллектив менән урындағы әһәмиәттәге юлдар һалыу, шулай уҡ инженер селтәрҙәрен һәм коммуналь объекттарҙы яңыртыу буйынса пландарҙы тикшерҙе.

Ул 2016 йылда булдырылған үҙәк уҡыу йорттарын, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарын, административ биналарҙы - барлығы 171 объектты хеҙмәтләндерә. Үҙәк коллективының яуаплылыҡ зонаһына йылытыу системалары, янғын сигнализацияһы, электр селтәрҙәре, видеокүҙәтеү эше инә. 2020 йылдан үҙәк базаһында шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә социаль объекттарҙа автомат янғын сигнализацияһы мониторингы хеҙмәте һәм берҙәм дежур  диспетчер хеҙмәте эшләй. Төбәк етәксеһе белгестәр эшләгән биналарҙы ҡараны һәм коллектив менән аралашты. Бында бөтәһе 36 кеше эшләй.

Республика Башлығы шулай уҡ «Миәкә-коммуналь сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт майҙансығында булды. Предприятие 2008 йылдан эшләй һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен һәм урам-юл инфраструктураһын тотоу,  тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү өсөн яуаплы. Тикшереү барышында белгестәр предприятиеның матди-техник базаһын планлы рәүештә яҡшыртыуҙары хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, республика ярҙамы менән бында яңы коммуналь һәм юл машиналары – тракторҙар һәм автогрейдерҙар һатып алына.

Радий Хәбиров коллектив менән урындағы әһәмиәттәге юлдар һалыу, шулай уҡ инженер селтәрҙәрен һәм коммуналь объекттарҙы яңыртыу буйынса пландарҙы тикшерҙе. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында яңы һыу ҡыуҙырыу башняһын төҙөү мөмкинлеген тикшерергә, шулай уҡ Илсеғол ауылында һыу үткәргесте ремонтларға ҡушты. Республика муниципалитеттарға яңы техника һатып алыуҙа ла тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

- Беҙ ике-өс йыл элек райондарға яңы коммуналь машиналар тапшыра башланыҡ. Быйыл тағы ла бер ҙур база һатып алыуҙарын эшләйәсәкбеҙ һәм техниканы республика буйлап таратасаҡбыҙ. Урындарҙа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк – урамдарҙың таҙалығын һаҡларға, ҡыш ҡарҙы йыйыштырырға, йорттарға йылылыҡ, һыу, электр энергияһы биреүҙе тәьмин итергә кәрәк. Шуға күрә был йәһәттән муниципалитеттарға ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.



Радий Хәбиров Миәкә районының торлаҡ-коммуналь өлкә ойошмаларында булды
Радий Хәбиров Миәкә районының торлаҡ-коммуналь өлкә ойошмаларында булды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: