Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май , 16:00

Белгородта теракт булған

Йорт емереклектәре аҫтында булған кешеләрҙең ҡысҡырыуы 100 метр алыҫлыҡтан ишетелеп тора...

Белгородта теракт булған
Белгородта теракт булған

Белгородта Украина ҡораллы көстәренең һөжүме һөҙөмтәһендә Харьков тауы районында торлаҡ йорттоң подъезы емерелеп төшкән.

“Белгород ҡалаһы һәм районы ВСУ яғынан көслө утҡа тотолдо. Харьков тауы районында күп фатирлы торлаҡ йортҡа туранан-тура снаряд эләгеү һөҙөмтәһендә унынсы ҡаттан беренсе ҡатҡа тиклемге бөтә подъезд емерелеп төштө,” – тип яҙа Белгород өлкәһе губернаторы Вячеслав Гладков үҙенең Telegram-каналында.

Интернетта күп ҡатлы йорттоң емерелгән кадрҙары барлыҡҡа килде. Видеола снарядтың өйгә бәрелеүе, шунда уҡ подъездың бөтә ҡаттары емерелеп төшөүе, күккә саң болото күтәрелеүе күренә.

Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, емереклектәр аҫтында 50-гә яҡын кеше булыуы ихтимал. Ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, хәрбиҙәр емереклектәр аҫтынан халыҡты сығарыу буйынса операцияны дауам итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ете кеше һәләк булған, йәрәхәтләнеүселәр һаны 30-ға тиклем.

Зыян күреүселәр араһында өс бала һәм бер яңы тыуған сабый бар. Шаһиттар әйтеүенсә, йорт емереклектәре аҫтында булған кешеләрҙең ҡысҡырыуы урындан 100 метр алыҫлыҡта ишетелеп тора...

Шулай уҡ ҡотҡарыу операцияһы барышында күп ҡатлы йорттоң ҡыйығының бер өлөшө емерелеп төшкән. Ул ҡотҡарыусыларҙың өҫтөнә төшкән, тип фараз ителә.

Бөгөн иртәнән алып Белгородта һәм Белгород өлкәһендә биш тапҡыр ракета хәүефе сиренаһы яңғыраған, йөҙәрләп кешене эвакуациялап өлгөргән булғандар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ВСУ торлаҡ йортҡа француз HAMMER идара ителеүсе бомбаһы менән һөжүм иткән. Әлеге мәлгә өлкәне утҡа тотоу осрағы буйынса теракт тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған (енәйәт кодексының 205-се статьяһы), тип хәбәр итә Рәсәй тәфтиш комитеты. Ведомство башлығы Александр Бастрыкин ҡушыуы буйынса ваҡиға урынына криминалистар һәм үҙәк аппарат эксперттары ебәрелгән.

Фотолар: Белгород яңылыҡтары.

Белгородта теракт булған
Белгородта теракт булған
Белгородта теракт булған
Белгородта теракт булған
Белгородта теракт булған
Белгородта теракт булған
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: