Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май , 15:00

Вахтасы яҡташыбыҙ ҡот осҡос үлем менән һәләк булған

ЕВРАЗ-дың Качканар ятҡылығында БелАЗ йөк машинаһы 70 метр бейеклектән ҡолап төшкән.

Вахтасы яҡташыбыҙ ҡот осҡос үлем менән һәләк булған
Вахтасы яҡташыбыҙ ҡот осҡос үлем менән һәләк булған

 ЕВРАЗ-дың Качканар ятҡылығында БелАЗ йөк машинаһы 70 метр бейеклектән ҡолап төшкән.

Водитель промобъект территорияһында артҡа табан хәрәкәт иткәндә тормоздары эшләмәй һәм төп карьерҙан түбәнгә оса. Ауыр йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында һәләк булған яҡташыбыҙҙың өйҙә ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы ҡалғаны билдәле.

БелАЗ-ды йөрөтөүгә өс йыл самаһы тракторсы-машинист булараҡ водитель стажы булған, тип хәбәр ителә һәләк булыусы хаҡында.  Әммә был ғына бәхетһеҙ осраҡтан һаҡламаған шул. Яҡындарына сабырлыҡ!

Видео: “Башинформ”дан.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: