30 мартта Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйындағы 6-сы пристань янында юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү бер көнгә лә туҡтағаны юҡ.
Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының, Ҡала граждандарҙы һаҡлау идаралығының профессиональ ҡотҡарыусылары, полиция һәм ирекмәндәр урманды һәм дөйөм оҙонлоғо 78 километр булған яр һыҙатын тикшерҙе. Ағиҙел йылғаһының тикшерелгән акваторияһының дөйөм майҙаны биш мең квадрат километрҙан ашыу тәшкил итә.
22 майға булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, водолаздар 37 мең квадрат метрҙан ашыу Ағиҙел йылғаһы төбөн тикшергән. Шулай уҡ эшкә кинологтар йәлеп ителгән.
Эҙләү барышында кисә кис Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары Дим биҫтәһендәге Ағиҙел ярында тал араһында кеше кәүҙәһен күреп ҡала. Ярға сығарылған билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһен тәфтиш комитетына тапшырғандар.
Фото һәм мәғлүмәт: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте.