30 мартта Өфөлә юғалған 13 йәшлек Павел Паличевты һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты эҙләү бер көнгә лә туҡталғаны юҡ. Ағиҙел буйында уларҙың әйберҙәре табылғас, эҙләү ҙә шул юҫыҡта дауам итте.
Шул ваҡыттан алып эҙләү эшенә йөҙәрләгән ирекмән һәм ҡотҡарыусы йәлеп ителгәйне. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман һөҙөмтә булмай килде.
Бөгөн йылға буйын тикшереү барышында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары бер баланың кәүҙәһен табып алды. Билдәләре буйынса Павел Паличевҡа оҡшаған. Әле уның шәхесен асыҡлау эше башҡарыла.
Кәүҙәне Өфө ҡалаһының Еңеү паркы тапҡырында Ағиҙел йылғаһы ярында табалар.
Фото: соцселтәр.