Бөгөн Баҡалы ауылында төньяҡ-көнбайыш район-ара ижади берекмәнең семинары уҙғарылды. Унда “Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” темаһына семинар ойошторолдо.
Семинар Баҡалы районының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсиянан башланды. Сарала ҡатнашыусыларға район тарихы, был төбәктәге билдәле шәхестәр тураһында һөйләнеләр. Семинарҙа Благовар, Бүздәк, Баҡалы, Саҡмағош, Кушнаренко, Илеш, Дүртөйлө, Шаран райондарының гәзит редакциялары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто вәкилдәре булды. Унда нисек аҙналыҡ гәзитте версткаларға, баҫма киң мәғлүмәт сараларының киләсәге ниндәй һәм башҡа төрлө һорауҙар тикшерелде.
Әйтергә кәрәк, “Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Александр Данилов фотоһы.