Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль , 20:45

Красный Лучта 92 объект тергеҙелә

Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә махсус инфраструктур проектты тормошҡа ашырыу тикшерелде.

Красный Лучта 92 объект тергеҙелә
Красный Лучта 92 объект тергеҙелә

2024 йылда Башҡортостан ЛНР-ҙың Красный Луч ҡалаһында 92 объектты тергеҙергә ниәтләнә.

Андрей Назаров етәкселегендәге аҙналыҡ Хөкүмәт кәңәшмәһендә Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә махсус инфраструктур проектты тормошҡа ашырыу бурысы тикшерелде. Көн тәртибендә шулай уҡ Башҡортостандың подряд ойошмалары Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында алып барған эштәр ҡаралды.

- Башҡортостан яңы биләмәләрҙә инфраструктураны тергеҙеүгә әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, Красный Лучта былтыр беҙҙең ойошмалар 64 объектта эштәрҙе тамамланы. Быйыл 92 объектты тергеҙеү ҡаралған. Бынан тыш ДНР-ға ла ярҙам күрһәтелә. 2022 йылдан Мариуполдә  күп фатирлы 25  йорт һәм ҡала дауаханаһы, Макеевкала күп фатирлы 24 йорт һәм 5 социаль объект тергеҙелде, - тип һөйләне Премьер-министр.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев һүҙҙәренсә, 2023 -2025 йылдарға Луганск Халыҡ Республикаһында 231 объектты йүнәтеү ҡаралған.

2024 йылда Красный Лучта биш мәктәпте, ике балалар баҡсаһын, ике һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын ремонтлау планлаштырылған. Шулай уҡ мәҙәниәт һарайын йүнәтеүҙе тамамлау, күп фатирлы 6 йорттоң ҡыйығын нығытып бөтөргә кәрәк. Ҡайһы бер объекттарҙы һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы сығарыу, социаль учреждениеларҙа котельныйҙарҙы реконструкциялау, электр линияларын алмаштырыу, юлдарҙы йүнәтеү кеүек эштәр бар.

Андрей Назаров Төҙөлөш һәм архитектура, Торлаҡ-коммуналь хужалығы, Транспорт һәм юл хужалығы, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлыҡтарына республика бюджеты саралары ярҙамында махсус инфраструктур проектты билдәле ваҡытҡа тамамлау кәрәклеген белдерҙе.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24501/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: