Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль , 13:55

“Рәхәттә” дауам итә

 Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында "Рәхәттә" һаулыҡ һәм туризм фестиваленең икенсе көнө дауам итә: Волга буйы федераль округының мунса оҫталығы буйынса ябыҡ һайлау чемпионаты бара.

“Рәхәттә” дауам итә
“Рәхәттә” дауам итә

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында "Рәхәттә" һаулыҡ һәм туризм фестиваленең икенсе көнө дауам итә: Волга буйы федераль округының мунса оҫталығы буйынса ябыҡ һайлау чемпионаты бара.

“Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм фестивале – өсөнсө йыл үткәрелгән фәнни, күргәҙмәләр һәм әңгәмәләр майҙансығы. Сара мунса ялы мәҙәниәтенә арналған. Бынан тыш, Рәсәйҙең коллектив парланыу буйынса чемпионатының финалы һәм Волга буйы федераль округының мунса оҫталығы буйынса һайлау этабы бара. Бында үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәре, күмәкләп парланыу, һыу аттракциондары, гастрофестиваль, мәҙәни-тамаша программаһы һәм башҡалар күптәрҙең күңеленә хуш килеп өлгөрҙө.

Быйыл – Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы. Тәбиғәтебеҙ бик матур һәм уны бөтә граждандарға, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күрһәтергә теләйбеҙ. Ошондай мәсьәләләр ҡарала бөгөн сарала. “Сикһеҙ сәйәхәт”, “Башҡортостан буйынса инклюзив турҙар” темалары ла бөгөн көнүҙәк.

Хәбәр итеүебеҙсә, фестивалгә теләге булған һәр кем килә ала: йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Теркәлеү ҙә талап ителмәй. Инеү бушлай. Ошо урынға иртәнге сәғәт 10-дан Өфөләге “Торатау” конгресс-холынан һәм “Ҡашҡаҙан” паркынан алты рейс ойошторола. Улар халыҡты 17-00 сәғәткә тиклем фестивалгә ташыясаҡ. Ҡайтыр яҡҡа шул уҡ автобустарҙа 19.00, 20.00 һәм 20.30 сәғәттәрҙә юлланырға мөмкин.

Бынан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн бушлай туҡталҡа бар. Сараға инеү ирекле. Түбәндәге сайтта ентекләберәк танышығыҙ: https://нарахате.рф. Белешмәләрҙе 8-800-101-10-12 телефоны аша алырға мөмкин.

Автор фотолары.

“Рәхәттә” дауам итә
“Рәхәттә” дауам итә
“Рәхәттә” дауам итә
“Рәхәттә” дауам итә
“Рәхәттә” дауам итә
“Рәхәттә” дауам итә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: