- Ҡәҙерле ватандаштар! Хөрмәтле дуҫтар! Ҡәҙерле ҡунаҡтар!
Һеҙҙе дәүләт байрамы – Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас ҡотлайым! Бөгөн беҙҙең менән - ышаныслы дуҫтарыбыҙ, туғандаш илдәр һәм Рәсәй төбәктәре делегациялары. Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Георгиевич Бжанияны, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Владимирович Пушилинды ихлас сәләмләйем. Беҙҙең менән шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Витальевич Соловьев. Бер нисә йыл Башҡортостан Красный Луч ҡалаһын үҫтереүҙә шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Һуңғы сәфәрҙә беҙ ҡала тормошонда ысын мәғәнәһендә тәрән үҙгәрештәр күрҙек, ул күҙ алдында яҡшырған. Кешеләр кистәрен балалар менән урамда йөрөй, уларҙың йөҙҙәрендә ихлас йылмайыуҙарҙы күреү бик күңелле. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, был мөһим байрамды беҙҙең менән уртаҡлашыуығыҙ өсөн. Беҙ йылы мөнәсәбәттәр, тығыҙ хеҙмәттәшлек ҡәҙерле. Ағиҙел яры буйында Колоннада – Өфөнөң тағы бер визит карточкаһы асылыуы Абхазия менән ныҡлы дуҫлыҡ символы сағылышы булды. Беҙ был изге традицияны дауам итәсәкбеҙ һәм баш ҡалабыҙҙы яҡын төбәктәр һәм илдәр менән туғанлыҡ бәйләнештәрен кәүҙәләндергән ошондай иҫтәлекле һәйкәлдәр менән биҙәйәсәкбеҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөгөнгө байрам тыуған республикабыҙға булған һөйөүебеҙҙе һәм тоғролоғобоҙҙо, уның сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләргә ынтылышыбыҙҙы, берҙәмлегебеҙҙе һәм ҡатмарлы һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә тәүәккәллегебеҙҙе символлаштыра. Башҡортостан махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы үтәүгә ҙур өлөш индерә. Республика яугирҙәре алыштарҙа батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтә. 11 яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды. Бөгөн беҙҙең менән вертолет полкы командиры, Рәсәй Геройы, полковник Денис Чернавин. Һеҙ һәм һеҙҙең хәрби иптәштәрегеҙ - Ватандың ысын ғорурлығы! Залда Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов, Игорь Нәсибуллин, Алмас Сафин, Станислав Большаков, Борис Дудко, Денис Чернавин, Илдар Суфияровтың ата-әсәләре, туғандары бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы ихлас сәләмләйек! Республиканан йөҙләгән хәрби хеҙмәткәр күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа, улар араһында батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар.
18 августа Рәсәй Президенты Указы менән «Башҡортостан» полкы взводы командиры, өлкән лейтенант Илдар Филарет Улы Суфияровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Быйыл 12 апрелдә хәрби бурысты үтәгәндә уның командалығындағы төркөм бер нисә сәғәт позицияларын һаҡлап ҡала. Дошмандың аяуһыҙ һөжүмен кире ҡағып, Өлкән лейтенант Суфияров бер үҙе ҡала. Һуңғы алышында батырлыҡ һәм рух көсөн күрһәтеп, ул әсирлеккә бирелмәй, үҙен граната менән шартлата, бер нисә дошман һалдатын юҡ итә. Геройҙарҙың исемдәре һәм батырлыҡтары һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Һәләк булған ватанды һаҡлаусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуығыҙҙы һорайым. (Бер минут тынлыҡ)
Хөрмәтле дуҫтар!
Ҡатмарлы шарттарҙа беҙ иҡтисадты төбәктең именлеге нигеҙе булараҡ нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Һәр эшсе беҙҙең дөйөм ҡаҙаныштарыбыҙға һәм еңеүҙәребеҙгә лайыҡлы өлөш индерә. Республика халҡы исеменән Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға, ил етәкселегенә күләмле проекттарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырғаны, пландарҙы һәм башланғыстарҙы хуплағаны өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Анатольевич Комаровҡа республикабыҙға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Бөгөн беҙҙең менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Владимирович Паньшин. Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге федераль рейтингында иң яҡшы төбәк тип танылды. Былтыр беҙҙә сәнәғәт 6,5 процентҡа артҡан – ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.
Алдынғы предприятиеларыбыҙға – «Башнефть», «БСК», «Газпром» төркөмө, берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Полиэф”, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, «Башҡортостан баҡыры», Фармстандарт-Өфөвита, НефАЗ, Башҡортостан генерациялау компанияһы, ОЗНА, Туймазы автобетон ташыу заводы, «Витязь» һәм башҡа бик күп компанияларҙың һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Республика илдең төп инвестиция рейтингында тәүге өс төбәк иҫәбенә инә. Былтыр капитал һалыуҙар күләме рекордлы 620 миллиард һумдан ашҡан. Быйыл тағы ла уңышлыраҡ булырға вәғәҙәләй – тәүге ярты йыллыҡта инвестициялар сиреккә артҡан - 26,6 процент.
Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булып ҡала. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, беҙҙең аграрийҙар 3 миллион тонна иген йыйған. Республика тарихында шәкәр сөгөлдөрөнөң рекордлы уңышын көтәбеҙ – 2,5 миллион тоннанан ашыу. Бөгөн беҙ үҙ ихтыяждарыбыҙҙы тулыһынса тәьмин итәбеҙ һәм 44 илгә агропродукция оҙатабыҙ. Республика - торлаҡ төҙөлөшө темптары буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде, быйыл һигеҙ айҙа – 2 миллион квадрат метр самаһы.беҙ алданған өлөшсөләр проблемаһын тәүгеләрҙән булып хәл иттек. Парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү, ихаталарҙы һәм подъездарҙы ремонтлау менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Былтыр 123 йәмәғәт биләмәһе үҙгәртелде. Быйыл беҙ баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына ҙур тантаналар үткәрҙек. Ҡала үҙенең юбилейын яңыртылған майҙандар, парктар һәм скверҙар, мөһим социаль объекттар менән ҡаршылай. Был-баш ҡалабыҙ халҡына һәм ҡунаҡтарына иң яҡшы бүләк. Республика юл-транспорт селтәрен үҫтереүгә етди өлөш индерә. Быйыл «Көнсығыш сығыу юлы» – хәҙерге Башҡортостандың иң ҙур инфраструктура проекты эшләй башланы. Күптән түгел «Көньяҡ ҡапҡа» проектының бер өлөшө булараҡ Пугачев урамында яңы юл үткәргес буйынса хәрәкәт асылды
Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын әүҙем яҡлауыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Өфөлә балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асылды, унда Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр һөйәк мейеһе күсереп ултыртылды. Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусын, ете район поликлиникаһын төҙөйбөҙ. Былтыр 84 фельдшер-акушерлыҡ пункты булдырылған, быйыл тағы ла 121 фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан – илдә лидер. Ошо көндәрҙә Өфөлә асылған «Салют» Республика реабилитация-белем биреү үҙәге Волга буйы федераль округында иң ҙуры. Бында йыл һайын 7 меңдән ашыу махсус бала дауаланасаҡ һәм уҡыясаҡ. Мәғариф системаһын үҫтереүҙә мөһим аҙымдар яһалған. Мәктәптәрҙе модернизациялау программаһы сиктәрендә 146 бина ремонтланды. Киләһе йылда тағы ла 33 мәктәпте тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Хәҙер 10 мең урынлыҡ тағы ла 10 ҙур мәктәп төҙөйбөҙ. Беҙҙең донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Быйыл Рәсәй Президенты ҡатнашлығында беҙ ҡеүәтле тикшеренеү базаһы булған юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сиратын астыҡ. Икенсе сиратты төҙөйбөҙ, унда торлаҡ корпустар, уҡыу блогы, лабораториялар, геном үҙәге урынлашасаҡ. Спорт объекттарын төҙөү темпы өстән бер өлөшкә арта. Быйыл төҙөлгән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишкәкле слалом комплексы «Рәсәй – спорт иле» халыҡ-ара форумының төп майҙансыҡтары буласаҡ.
Былтыр республикаға туристар ағымы 2,2 миллион сәфәрҙән ашҡан. Ваҡиғалар һәм экотуризм популярлығы арта. «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе, «Әйҙә, уйнарға» форумы, «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале, «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы, «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале һәм башҡалар беҙҙең визит карточкалары булды.
Тиҙҙән Альбанов исемендәге ҡотопсолар һәм Шаляпин исемендәге музыка музейҙары янында кире ҡайтарылған исемдәр музейы булдырыла. Өфө үҙәгендә тотош музей кварталы барлыҡҡа киләсәк. Йәйгеһен Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге эшләй башланы, унда тиҫтәләрсә мең кеше булды. Башҡортостан дуҫ илдәр менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдыра. Беҙҙең партнерҙар араһында 100-ҙән ашыу дәүләт бар. Былтыр Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы үтте. Республикабыҙға быйыл көҙ Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын үткәреү хөрмәте ышанып тапшырылды.
Хөрмәтле дуҫтар! Быйыл илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар үтте. Беҙ Рәсәй Федерацияһы Президентын һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайланыҡ, төбәктең вәкиллекле власть органдарына һайлауҙар үткәрҙек. Ошо ауыр йылдарҙа Башҡортостанды алып барыуҙы миңә яңынан ышанып тапшырған республика халҡына ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Ышанам – бергәләп һәр һынауҙы үтербеҙ. Һәм мотлаҡ еңербеҙ! Идара итеү командаһына, республика Хөкүмәтенә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, муниципаль берәмек башлыҡтарына һөҙөмтәле берлектәге эше өсөн рәхмәт белдерәм. Барыбыҙға ла тағы ла күберәк берҙәмлек, ныҡышмалылыҡ, яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем! Байрам менән, тыуған республикам! - тип сәләмләне республика Башлығы.
Тантаналы сарала Радий Хәбиров ил һәм республика үҫешенә индергән өлөшө өсөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын, шулай уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын тапшырҙы.
Республика көнө менән Башҡортостандың күп милләтле халҡын Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡотланы.
- Миңә матур байрамдың шатлығын уртаҡлашыу ҙур мәртәбә. Абхазия Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы мөнәсәбәттәр айырым мәғәнәгә эйә. Рәсәй төбәктәре менән бәйләнештәрҙе үҫтереү дәүләттәребеҙ араһындағы туғанлыҡ союзын нығытыуға булышлыҡ итә. Был йәһәттән беҙҙең башҡорт дуҫтарыбыҙ менән ғорурланырлыҡ нәмәләребеҙ бар. Хеҙмәттәшлек күп йүнәлештәр буйынса үҫешә, халыҡтарыбыҙҙы күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Аслан Бжания. - Бөгөн Башҡортостан - сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм спорт үҫешенең юғары кимәле булған төбәк. Әммә республиканың иң мөһим байлығы – ул изге күңелле, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы. Һеҙҙе Республика көнө менән ихлас ҡотлайым, тыныслыҡ, именлек һәм сәскә атыу теләйем.
ДХР Башлыҡтары Денис Пушилин Башҡортостан халҡын төп дәүләт байрамы менән ҡотланы.
- Донбасс халҡынан иң изге теләктәрҙе еткерәм. Бөгөнгө көн Башҡортостан өсөн ғорурлыҡ һәм туғандарса мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереүгә өмөт менән тулы, – тине Денис Пушилин. - Фронтта һәм тылда тойған ярҙамыбыҙ өсөн Башҡортостан Республикаһына ихлас рәхмәт белдерәм. Хеҙмәттәшлегебеҙ йылдан-йыл нығыныр һәм бергәләп бөйөк Рәсәй мәнфәғәтендә еңеүҙең һәм тыныс ижади киләсәктең төп маҡсаттарына өлгәшербеҙ, тип ышанам.
Чечен Республикаһы Башлығы Рамзан Ҡадиров та Башҡортостандың дәүләт байрамы менән ҡотлау ебәрҙе. Уны Чечняның Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ҡазбәк Цулаев уҡып ишеттерҙе. "Был байрам тәрән тарихи тамырҙарҙы, бай мәҙәниәтте һәм йолаларҙы, халҡығыҙҙың ғәжәп ҡаҙаныштарын иҫкә төшөрә. Башҡортостан республикаһы - халыҡтарҙың, телдәрҙең һәм мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө мәңгелеккә үрелеп барған ер. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһында традицияларҙы ҡәҙерләйҙәр, рухи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға һаҡсыл ҡарайҙар. Бөгөн Башҡортостан - ҡеүәтле сәнәғәт потенциалына, уңайлы инвестиция климатына, бай тәбиғәт һәм фәнни ресурстарға эйә булған Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе. Иҡтисадта, мәғарифта, фәндә, сәнғәттә уңыштарығыҙ ижад өлгөһө булып тора. Беҙ төбәктәребеҙ араһындағы күп йыллыҡ дуҫлыҡ бәйләнештәрен, шулай уҡ үҙ позицияларыбыҙҙы нығытҡан, артабанғы үҫешкә булышлыҡ иткән уртаҡ башланғыстарҙы һәм проекттарҙы баһалайбыҙ. Халыҡтарыбыҙ араһында барлыҡҡа килгән үҙ-ара аңлашыу һәм ярҙам уртаҡ киләсәк өсөн нигеҙ булып тора. Һеҙгә һәм бөтә туғандаш башҡорт халҡына тыныслыҡ, Ватандың именлеге һәм сәскә атыуы хаҡына изгелек һәм ижад теләйем!" тиелә ҡотлауҙа.
Тантаналы йыйылыш Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталарының байрам концерты менән тамамланды.