Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь , 17:30

Бәләгә тарыусыларға түләүҙәр арттырылды

1,5 миллион һум аҡса тапшырыласаҡ.

Бәләгә тарыусыларға түләүҙәр арттырылды
Бәләгә тарыусыларға түләүҙәр арттырылды

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында зыян күреүселәргә түләүҙәр арттырылды. Республикабыҙ Хөкүмәте граждандарға түләүҙәрҙе һәм финанс ярҙамын 1,5 тапҡырға күбәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам бер кешегә 10 меңдән 15 меңгә хәтлем тәшкил итә. Шулай уҡ тормоштағы иң беренсе кәрәк-яраҡтан яҙыусыларға ла финанс ярҙамын арттырыу күҙ уңында тотола. Әйберҙәрен өлөшләтә юғалтыусылар - 50 меңдән 75 мең һумға тиклем, ә тотош юғалтыусылар 100 меңдән 150 мең һумға хәтлем ярҙам аласаҡ. Әгәр ҙә инде кемдеңдер ғәҙәттән тыш хәл осоронда һаулығы ҡаҡшаһа, ул бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны – 200 мең һумдан 300 мең һумға тиклем – аласаҡ, ә сәләмәтлек торошо ауыр һәм уртаса булғандарға иһә 400–500 мең һум аҡса биреләсәк. Вафат булыусының ғаиләһенә бер миллион урынына 1,5 миллион һум аҡса тапшырыласаҡ.

Фото: Новости Башкирии. Ҙур секрет.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: